Ашҡаҙар
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Тура бәйләнеш
29 Ғинуар 2019, 14:27

Бөгөн «Төп һәм берҙәм дәүләт имтихандары, артыҡ йөкләмәгә нисек юл ҡуймаҫҡа» тигән «ҡыҙыу элемтә» ойошторола

Бөгөн, 29 ғинуарҙа, Өфөлә көндөҙгө сәғәт 2-нән киске 5-кә тиклем «Төп һәм берҙәм дәүләт имтихандары, артыҡ йөкләмәгә нисек юл ҡуймаҫҡа» темаһына «ҡыҙыу элемтә» уҙғарыла. Уны «ИНДИГО» ҡала психология-социаль ярҙам үҙәге менән берлектә баш ҡаланың Йәштәр эштәре буйынса комитеты ойоштора.

Шылтыратыуҙарҙы мәғариф идаралағы белгестәре, методистар һәм психологтар ҡабул итә. «Ҡыҙыу элемтә» телефоны буйынса төп һәм берҙәм дәүләт имтихандарына әҙерләнгәндә балаға нисек ярҙам итеү, имтихан тапшырғанда сығарылыш уҡыусыларына ниндәй талаптарҙы һәм шарттарҙы үтәү кәрәклеге, уҡыу материалын иҫтә ҡалдырыу һәм үҙләштереү алымдары, стресҡа нисек ҡаршы тороу һәм ваҡытты нисек дөрөҫ бүлеү тураһында белергә мөмкин.
Бушлай «ҡыҙыу элемтә» телефоны: (347) 223-22-11.
http://www.bashinform.ru/news/1266200-segodnya-v-ufe-proydet-goryachaya-liniya-oge-ege-kak-izbezhat-perenagruzki/
Читайте нас: