Ил башлығы һүҙҙәренсә, әгәр ҙә был сара яңы тыуған һәм йәш ярымғаса тиклемге балаларға ҡағылһа, был ғаиләләрҙең 70 процентына тура киләсәк. Был ысынлап та һиҙеләсәк, тине Путин.
Шул уҡ ваҡытта Владимир Путин баланың йәш ярымы тулғас был ярҙамды туҡтатыу, әллә нисек тойола, тине. Шуға ла был мөмкинселекте бөтә ғаиләләргә лә таратыу мөмкинлеген ҡарарға кәрәклеген белдерҙе.