Ашҡаҙар
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Тура бәйләнеш
20 Июнь 2019, 19:57

Сит ил хакерҙары Владимир Путиндың «тура эфир»ына ҡыҫылған

Сит ил хакерҙары Владимир Путиндың «тура эфир»ы күрһәтеү мәлендә шылтыратыуҙар ҡабул итеү үҙәгенә (колл-центр) һөжүм иткән.

Был турала сараны алып барыусы хәбәр итте һәм «Ростелком» иҫбатлап ҡуйҙы. Алып барыусы һүҙҙәренсә DDoS-атакалар сит илдән яһалған.

«Ике көслө һөжүм күҙәтелде. «Ростелеком» көстәре менән улар кире ҡайтарылды. «Тура эфир»ҙың эшенә бер нисек тә йоғонтоһо булманы», - тине компания вәкилдәре «РИА Новости» хәбәрселәренә.

«Владимир Путин менән тура линия» бөгөн Өфө ваҡыты буйынса 14:00 сәғәттә башланды. Программа 17 тапҡыр ойошторола. Тура эфирҙы беҙҙең сайт аша ла ҡарай алаһығыҙ.
Читайте нас: