Ашҡаҙар
+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Тура бәйләнеш
20 Июнь 2019, 21:02

ВЛАДИМИР ПУТИН: ТОРЛАҠ-КОММУНАЛЬ ХУЖАЛЫҠ ӨСӨН ТҮЛӘҮ ТАРИФТАРЫ ЯЙҒА ҺАЛЫНАСАҠ

Был мәсьәлә дәүләт башлығының шәхси контролендә, тип ышандырҙы Президент.

Рәсәй Президенты Владимир Путин торлаҡ-коммуналь хужалығы тарифтары яйға һалынасаҡ тип ышандырҙы. Был хаҡта ул тура элемтә ваҡытында хәбәр итте.

“Торлаҡ-коммуналь хужалығы тарифтарының артыуы менән бәйле проблема барлығын беләм, ул хөкүмәт контролендә. Был тарифтарҙың үҫешен сикләү бар. Төбәктәрҙә уларҙың үтәлешен күҙәтергә генә кәрәк. Был өлкәне яйға һалыуҙы маҡсат итеп ҡуясаҡмын”, - тип вәғәҙә итте дәүләт башлығы.


• Быға тиклем хәбәр ителгәнсә, 2019 йылға "коммуналка" тарифтарының ике этаплы үҫеше планлаштырылған. Был ҡарар өҫтәмә ҡиммәткә һалым ставкаһын 18 проценттан 20 процентҡа тиклем арттырыу менән бәйле. Ул 2019 йылдың 1 ғинуарынан - 1,7 процентҡа, 1 июлдән 2,4 процентка арткан.
Читайте нас: