Ҡатын-ҡыҙҙың үҙ ғүмерендә башҡарған эштәренең иң яуаплыһы һәм сауаплыһы, иң ләззәтлеһе һәм мәшәҡәтлеһе – балыу бағыу, әлбиттә. Был тормошта төп бурыс та артыңдан эҙ ҡалдырыу, Кешелек эҙен юймауға ҡайтып ҡала бит.
Шул уҡ ваҡытта Әсә юлын үтеүе еңелдән түгел. Фәлсәфәүи уйҙарҙан арынып, көндәлек тормоштан сығып әйткәндә лә, күпме хеҙмәт, сабырлыҡ ята уның иңендә. Ә һеҙ һүрәттә күргән мөләйем йәш ҡатындарҙың был юлдары башланып ҡына тора әле. Тик әйтелгән яуаплылыҡтан да, хеҙмәттән дә ҡурҡмай улар, хәйер, бала табыу йортонда ла тәүге тапҡыр түгелдәр. Ҡулдарында баһадир улдарын тотҡан әсәләрҙең һәммәһен дә өйҙәрендә инде оло улдары оҙатып ҡалған.
- Әсәй, миңә ҡусты алып ҡайт, тип наказ әйтеп ебәрҙе Данис улым, - ти, мәҫәлән, Элина Ғилмурова.
Шуныһы ҡыуаныслы: икенсегә әсә булған йәш ҡатындар был бәхетте киләсәктә өсөнсө тапҡыр ҙа татып ҡарарға хыяллана. Улай ҙа булмай, атайҙарҙың ярҙамсыһы бар, ә иркәләп-наҙлап кемдең сәстәрен үрергә һуң?
- Был йортҡа ҡыҙ алып ҡайтҡансы киләсәкбеҙ әле, - тип йылмая Мария Константинюк менән Ульяна Диль. Хыялдарҙың тормошҡа ашырын теләргә генә ҡалалыр.
Өсөнсө сабый тигәндән, ҡаланың 3-сө дауаханаһына ҡараған был бала табыу йортоноң бүлексә мөдире Розалия Рауилова белдереүенсә, уларға бөгөнгө көндә күберәге утыҙ йәштәр самаһындағы, унан да олораҡ ҡатындар килә.
- Үкенескә ҡаршы, хәҙерге ҡыҙҙар енси бәйләнешкә иртә инһә лә, мәжбүриме был, әллә үҙҙәре теләпме, йәш көйөнсә әсә булырға ашығып бармай, - тигән үкенес еткерә акушер-гинеколог.
Баштараҡ әйткән төп бурыс бик үк төп түгелме ни хәҙер? Иң мөһиме, был һорау бер йәштәргә генә ҡағылмай. Бит Әсә төшөнсәһе үҙе лә сабыйҙай ҡурсалауға мохтаж.