29 ноябрҙә Колумбияла Эль-Гордо тауы эргәһендә бортында 9 экипаж вәкиле һәм 72 пассажир булған самолет һәләкәткә осраған. Пассажирҙар араһында Бразилияның «Шапекоэнсе»
Фажиғәгә тарыусы ”Ла-миа” Боливия авиаком-панияһы самолеты Ко-лумбияның Медельин ҡалаһына юл тотҡан була, унда 30 ноябрь Көньяҡ Америка кубогы финалының тәүге уйыны планлаштырылған булған. Самолетта бөтәһе 81 кеше һанала. Пассажирҙар араһында журналистар, почетлы ҡунаҡтар һәм «Шапекоэнсе» футбол ко-мандаһының 27 вәкиле - футболсылар, тренерҙар штабы, техник персонал булыуы билдәле.
Самолеттың ҡолауына бәйле төрлө фараздар йәшәй: ”яғыулыҡ бөтөү”, “тауға төкәлеү”. Шуныһы билдәле: самолет шартламаған, быға бәйле тере ҡалыусылар ҙа бар. Иҫән ҡалыусылар һаны буйынса теүәл мәғлүмәттәр килтерелмәй, улар күп түгел 6-10 кеше тирәһе генә. Араларында футболсыларҙан һаҡсы - Алан Рушел һәм ҡапҡасы - Данило Падилья иҫәпләнә, шулай уҡ стюардесса һәм 4 пассажир фажиғәлә тере ҡалыуы ихтимал. Иҫән ҡалыусыларҙың хәле һәм башҡа пассажирҙарҙың яҙмышы әлегә билдәһеҙ.
Спортсылар Колумбияның «Атлетико Насьональ» командаһы менән уйнарға тейешле ине, әммә авиаһәләкәткә тарыған самолет барыһын да үҙгәртте. Һәләк булған клуб үҙ тарихында быйыл тәүге тапҡыр кубоктың финалына үтеп сыҡҡан булған, әммә финал уйынына сығырға яҙмаған, күрәһең.