Ашҡаҙар
-15 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Унан, бынан, тегенән...
5 Декабрь 2016, 13:13

Киҙеүҙән һаҡланыуҙың 5 ысулы

Грипп миҙгеле башланыуға 2-3 аҙна ғына ваҡыт ҡалды, тип иҫкәртә Рәсәйҙең баш санитария табибы Анна Попова.

Грипп миҙгеле башланыуға 2-3 аҙна ғына ваҡыт ҡалды, тип иҫкәртә Рәсәйҙең баш санитария табибы Анна Попова. Унан дөрөҫ һаҡланыу өсөн түбәндәге биш ысулды белеү ҙә етә.
Битлек кейегеҙ
Бөгөндән үк дарыухананан битлектәр алып ҡуйырға кәрәк. Эргәңдәге коллегаңдың сөскөргәнен ишетеү менән битлек кейергә оялмағыҙ. Башҡаларҙы зарарламаҫ өсөн үҙеңдең та-мағың ҡысыта башлағас та уны файҙаланығыҙ. Шулай уҡ киҙеү мәлендә йәмәғәт транспортында, халыҡ күп йөрөгән ерҙәрҙә сирҙән һеҙҙе битлек һаҡлар, тик уны һәр 2-3 сәғәт һайын алмаштырып тороғоҙ.
Күпләп дарыу ашамағыҙ
Ә шулай ҙа сирләп китһәгеҙ, эшкә йөрөмәгеҙ, режимды үтәгеҙ. “Ауырый башлау менән антибиотиктар эсергә ярамай, - ти табип-терапевтар, - сөнки улар вирустан ярҙам итмәй, ә бына баш, тамаҡ ауыртыуҙан, тымауҙан ярҙам итеүсе препараттарҙы файҙаланырға кәрәк. Антибиотиктарҙы тик табип ҡына яҙып бирә. Сирҙән тиҙ ҡотолоу өсөн ауырыуға тыныслыҡ һәм һыу күберәк эсергә кәрәк”.
Аяғығыҙҙы һәр саҡ йылыла тотоғоҙ
Аяғығыҙҙың өшөүен һиҙеү менән кисен эҫе ванна эшләгеҙ. Был ҡанды ҡыҙҙырып ебәрә, иммунитетты күтәрә һәм һыуыҡ тейеүҙән һаҡлай.
Сәй, имбирь, бал
Баҡтиһәң, Роспотребнадзор башлығы Анна Попова ҡышын һәм көҙөн көн һайын эштә витаминға бай гөлйемеште ҡайнатып эсә икән. Уны бөтәбеҙгә лә эсергә тәҡдим итә. Шулай уҡ киҙеү ваҡытында организмды һаҡлау өсөн төрлө витаминдар эсергә мөмкин. Дарыуханаларҙа һатылған препараттарҙан башҡа вирусҡа ҡаршы тороусы тәбиғи аҙыҡтар ҙа бар. Мәҫәлән, бал,прополис, имбирь. Эштә имбирь сәйе эсһәгеҙ, кисен бал һәм прополис менән бер стакан сәй эсеп ятығыҙ. Баллы сәй эскәндән һуң тирләтә, шуның өсөн урамға сығыр алдынан уны кисектереп тороғоҙ.
Дөрөҫ тын алығыҙ
Вирустан эфир майҙары һаҡлай. Шуның өсөн халыҡ күпләп булған урында ваҡыты-ваҡыты менән ҡулъяулыҡҡа һөртөлгән эфир майын еҫкәргә кәрәк. Махсус эшләнгән майҙар (мәҫәлән, “Дыши”) һыуыҡ тейгәндә сирҙе еңеләйтә һәм өҙлөгөүҙән һаҡлай. Эфир май-ҙарының үҙенсәлектәре ме-ңәр йылдар дауамында файҙа-ланған көнсығыш илдәренең тәжрибәһендә иҫбатланған. Хәҙер улар Рәсәйҙә лә киң тарала башланы.
Читайте нас: