Ашҡаҙар
-13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Унан, бынан, тегенән...
8 Декабрь 2016, 14:26

Бына һиңә шампан шарабы...

Рәсәйҙә һатылған бызырҙап торған шараптарҙың өстән бер өлөшө халыҡ-ара һәм Рәсәйҙәге нормаларға тап килмәй, тип белдерә “РосБизнесКонсалтинг” мәғлүмәт агентлығы “Рәсәй сифат системаһы” йәмғиәте тикшергән материалдарға һылтанма яһап.

Рәсәйҙә һатылған бызырҙап торған шараптарҙың өстән бер өлөшө халыҡ-ара һәм Рәсәйҙәге нормаларға тап килмәй, тип белдерә “РосБизнесКонсалтинг” мәғлүмәт агентлығы “Рәсәй сифат системаһы” йәмғиәте тикшергән материалдарға һылтанма яһап.
Байрамдарҙа популярлыҡ яулаған эсемлек, Яңы йыл байрамдарында һәр ғаиләнең өҫтәлен биҙәгән шампан шараптары үҙенең сифаты менән маҡтана алмай. Тикшерелгән 56 төр бызырҙап торған шараптың 17-һе нормаға тап килмәгән. Етештереүселәр тәме, этил спирты буйынса ГОСТ талаптарын үтәмәй, шулай уҡ яһалма рәүештә углекислый газ ҡуша икән.
Магазиндарҙан һатып алғанда Рәсәйҙең 30 процент халҡына бызырҙап торған вино урынына газлы шәрбәт вино эсемлеге эләгергә мөмкин. Баҡтиһәң, Рәсәйҙә сит илдәрҙән айырмалы рәүештә, яһалма углекислый газ өҫтәү тыйылмаған, әммә “Сифат системаһы” йәмғиәте бындай шараптарҙы эсергә кәңәш итмәй.
Тикшереү материалдарында бындай виноларҙың хаҡы түбән булыуы билдәләнгән. Күптән түгел властар шампан шарабын һатыуға акциздарҙы күтәреү тураһында ҡарар ҡабул иткән. Етештереүселәр был башланғысты ҡабул итмәй. Акцизды күтәргәндән йыйылған аҡса 5 млрд. һумдан да артмаясаҡ, тип билдәләй етештереүселәр. Бындай юл тармаҡ өсөн һиҙелерлек булһа ла, бюджет өсөн әһәмиәтле түгел.
Шампанға акцизды күтәреүҙе властар илдә эскелеккә ҡаршы көрәш сараһы тип аңлата. Әммә бының менән бер нисек тә килешеп булмай, сөнки шампан шарабы тик байрамдарҙа ғына эселә. Ә сауҙа әйләнешендә һыра унан унар тапҡырға артығыраҡ һатыла.
Читайте нас: