Ашҡаҙар
-13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Унан, бынан, тегенән...
8 Декабрь 2016, 14:11

Ҡөрьәндә тарих төшөнсәһе

Ҡөрьән кеше иғтибарын иманға, әхлаҡ нигеҙҙәренә йүнәлтергә тырыша.

Ҡөрьән кеше иғтибарын иманға, әхлаҡ нигеҙҙәренә йүнәлтергә тырыша. Мәҫәлән, үлсәгес ярҙамында алдашмаҫҡа, банк проценты алмаҫҡа, үҙ-үҙеңде үлтермәҫкә, спекуляция эшләмәҫкә, фәхишәлек, зина ҡылмаҫҡа, араҡы эсмәҫкә, ҡомар уйындары уйнамаҫҡа, хаҡһыҙ рәүештә кеше үлтермәҫкә, та-ламаҫҡа, урламаҫҡа ҡуша. Был нигеҙҙәрҙе һанға һуҡмаған, инҡар иткән йәмғиәттәрҙең фажиғәле яҙмышы хаҡында иҫкәртә. Кешеләр Ҡөрьәндә бирелгән был принциптарҙы хөрмәт итһә, шул нигеҙҙәр буйынса йәшәргә тырышһа, уларҙың шәхси тормошонда ла, йәмғиәттә лә татыулыҡ, именлек һәм бәхет хаким итәсәк. Кеше был нигеҙҙәргә төкөрөп ҡарай икән, ул башына төшәсәк һәр төрлө ер һәм күк бәләләренә, фетнәләргә, көпә-көндөҙ талауҙарға, геноцидҡа әҙер торһон, сөнки кешенең эшләгән золом һәм әшәкелек уның үҙе йәки йәмғиәте менән сикләнеп ҡалмай, уның менән мөнәсәбәттә торған бөтә нәмәгә, Ергә лә, күккә лә йоғонто яһай һәм хәрәкәткә килтерә.
Ҡөрьәндең тарихҡа ҡара-шында тағы бер мөһим мәсьәләгә ҡағылып китеү файҙалы булыр: Ҡөръән фекеренсә, тарихта боролоштар бар. Был боролоштар ҡайһы саҡта бөтөнләй ҡапма-ҡаршы яҡҡа йүнәлергә мөмкин. Шулай булғас: «Тарих бер генә йүнәлештә аға», - тип фараз ҡылыу мөмкинме? Ҡөрьәндең был ҡарашын тарих үҙе лә дөрөҫләй түгелме? Мәҫәлән, яҡшылыҡта, ғәҙеллектә, әхлаҡи гүзәллектәрҙә ярышҡан, яратылыш ҡанундарын хөрмәт иткән, йәғни Алланың ижады хаҡындағы аяттарына хөрмәт менән ҡараған йәмғиәт тора бара яҡшы яҡҡа таный алмаҫлыҡ булып үҙгәрер. Ә инде ғәҙеллекте золомға, хәләлде харамға, изгелекте яуызлыҡҡа, әхлаҡты боҙоҡлоҡҡа алмаштырған йәмғиәттәр иһә туранан-тура тарҡалыуға табан бара. Һәм, киреһенсә, боҙоҡлоҡ, әшәкелек эсендә тыпырсынған бер йәмғиәт Аллаға иман килтереп ғәҙеллеккә, әхлаҡҡа, хәйерле эштәргә табан аҙымдар эшләһә, тимәк, ул көрсөктән сығыу юлын тапҡан, үҙен-үҙе ҡотҡарасаҡ тигән һүҙ. Етмәһә, ниндәйҙер йәмғиәттең күтәрелеүенә йәки аҫҡа тәгәрәүенә ҡарап: «Эштәр бик насар. Бынан һуң тормош рәтләнмәҫ, яңы матур йәмғиәт тыумаҫ инде», - тип уйлау ҙа дөрөҫ түгел. Сөнки Исламдың хөкөмдәре менән тулыһынса тап килгән йыһанда, хатта шәхестәрҙең тормошонда түбән тәгәрәүҙән һуң күтәрелеү, күтәрелеүҙән һуң түбән тәгәрәү кеүек күренештәр күҙәтелә бит. Иң мөһиме, түбәнгә табан тәгәрәһәк тә, йөҙөбөҙҙө күтәрелешкә, үҫешкә табан төбәйек. Ҡөрьәндә үтәй торған мәғәнәле бер аят бар: «Бер халыҡ үҙен-үҙе үҙгәртмәй тороп, Алла ла уларҙың хәлен үҙгәртмәҫ».
Читайте нас: