Ашҡаҙар
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Унан, бынан, тегенән...
21 Декабрь 2016, 13:52

Аҡлыҡ

Аҡ ҡамауҙа ҡалған донъя

Аҡ ҡамауҙа ҡалған донъя
Күк тә,ер ҙә - бер төҫтә.
Бейей-бейей өйөрөлөп,
Аҡ ҡарҙар яуа өҫкә.
Биттәремдән үбеп алһа,
Күҙ йәше тороп ҡала.
Күңелдәремде йыуатып,
Моңло йырҙарға һала...
Йәшлегемә ҡайтып киләм
Аҡ ҡарҙар яуған һайын,
Һағышымды аңлай төҫлө
Аҡҡа төрөнгән ҡайын...
Читайте нас: