Ашҡаҙар
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Унан, бынан, тегенән...
21 Декабрь 2016, 13:21

Ҡаты һыуыҡта туңмайым тиһәң...

Кәбеҫтә һымаҡ ҡат-ҡат кейен

Кәбеҫтә һымаҡ ҡат-ҡат кейен
Айырыуса алыҫ юлға сыҡҡанда ҡаты һыуыҡҡа бирешмәҫ өсөн ҡат-ҡат кейенеү тәнде йылыла тоторға ярҙам итә. Аяҡтар өшөмәһен өсөн йөн ойоҡ кейегеҙ. Аяҡ кейеме иркен булырға тейеш, табанына йылы олтораҡ һалығыҙ. Ҡулығыҙға ел дә, һыу ҙа үткәрмәй торған йылы бейәләй, күн баш кейеме кейеп, муйынға йылы шарф урау өшөүҙән һаҡлай. Ә иң ҡулайы - мамыҡ шәлгә уранып, быйма кейеп йөрөү.
Һыуыҡ көндә алҡа, йөҙөк кеймәгәнең хәйерле. Юғиһә, металл ныҡ һыуыҡта тәнгә ҡуша туңыуы бар. Кейем менән тән араһында, шулай уҡ кейемдәр араһында һауа ҡалырға тейеш – ул йылыны тота. Һыуыҡта йылынам тип араҡы эсә күрмәгеҙ, алкоголь тәү ҡарашҡа ғына йылындырған һымаҡ булһа ла, ысынында иһә ул тәндәге йылыны юҡҡа сығара. Шунлыҡтан, эскән кешегә туңыу хәүефе янай.
Ҡаты һалҡында туҡтауһыҙ хәрәкәтләнергә тырышығыҙ, елдән ышыҡланығыҙ.
Туңған кешегә ярҙам
Туңған кешегә кисекмәҫтән медицина ярҙамы кәрәк. Ә инде ундай мөмкинселек булмаһа, уны йылы урынға алып килергә һәм әрнегән ерен йылытыу өсөн ҡыҙарғансы ыуырға кәрәк. Тик ҡар менән ыуа күрмәгеҙ! Йылы сәй, һөт, һурпа эсерегеҙ.
Туңған аяҡ шешенеп китә, шуға аяҡ кейемен һалдырмағыҙ, аҙаҡ яңынан кейә алмаясҡ. Бер туңған ерҙе яңынан өшөтөп ҡуймағыҙ, ҡабаттан туңдырһаң тән ныҡлы боҙола. Өшөгән кеше яйлап йылынырға тейеш.
Күптәр бит туңыуға әллә ни иғтибар итеп бармай.
Әгәр һыуыҡтан бит алһыуланмай, ә ағара икән, тимәк, – битең туңған тигән һүҙ. Йылынғас, ул тимгелләнеп, ҡыҙарып бүртеп сыға. Ә бер-ике көндән күгәрә. Ныҡ һыуыҡта тышҡа сыҡҡанда биткә майлы крем һөртөргә кәрәк.
Иң шәбе - ҡаҙ майы
Борондан өшөгән ергә ҡаҙ майы һөрткәндәр. Ә ҡул-аяҡтарҙы сельдерей ҡайнатҡан һыуға тығып ултырғандар. Бының өсөн бер литр һыуға кило ярым сельдерей кәрәк була.
Өшөгән ергә әленән-әле һырғанаҡ майы һөртөп торһаң, йәрәхәт тиҙ төҙәлә. Шулай уҡ өшөгән ерҙе егерме минут самаһы бешкән картуф һыуына, ромашка төнәтмәһенә тығып тороу ҙа ярҙам итә.
Читайте нас: