Ашҡаҙар
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Унан, бынан, тегенән...
17 Ғинуар 2019, 14:35

ШВАРЦЕНЕГГЕР КЕЙӘҮГӘ СЫҒА

Терминатор һәм башҡа билдәле фильмдарҙа, боевиктарҙа төп ролдәрҙә төшкән Арнольд Шварценеггер кейәүгә сыға тип уйлап ҡуймағыҙ.

«Стража галактики» һәм «Мир юрского периода» йондоҙо Крис Пратт үҙенең оҡшатып йөрөгән ҡыҙы, яҙыусы Кэтрин Шварценеггерға кейәүгә сығырға тиҡдим яһаған. Актер һәм комиктың яҙмышы фантастик фильмдар фанаттары өсөн бик актуаль, билдәле шәхес күптән түгел генә айырылышҡайны. Күп тә үтмәне, ул яңынан ғаилә ҡорорға булып киткән һәм яңы тормош иптәше тапҡан, Кэтрин беҙгә фильмдан таныш булған Арнольд Шварценегерҙың ҡыҙы.
Мөхәббәтле пар ҡауышыуҙары тураһында социаль селтәрҙәрҙә хәбәр иткән һәм фотоһын һалған, һуңғы тапҡыр йәштәрҙе Кэтриндың өйөндә күргәндәр.Ҡыҙ ул ваҡытта күсенергә әҙерләнеп, әйберҙәрен йыйып йөрөгән булған.
Крис Пратт бер ҡатындан айырылып тиҙ генә икенсеһен таба алыуы, уның еңел холоҡло булыуын да күрһәткән кеүек. Тик хәҙер ҡайныһы Арнольд Шварценеггер, фильмдар буйынса уның холҡо ҡыҙыу, ул күп уйлап тормаҫ. Йәш егеттең уйҙары тарала башлаһа, бармаҡ менән генә янап ҡурҡытып тормаҫ.
Читайте нас: