Ашҡаҙар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Унан, бынан, тегенән...
26 Февраль 2019, 12:15

Иҫке батарейканы ҡайҙа ҡуйырға?

Стәрлетамаҡ хакимиәтенең социаль селтәрҙәге рәсми төркөмөндә ҡалала йәшәүселәрҙең береһе ғәҙәти булмаған һорау биргән: “Эштән сыҡҡан батарейкаларҙы ҡайҙа ҡуйырға?” – тип һораған ул.

Сәнәғәт, транспорт һәм элемтә бүлегенең баш белгесе Любовь Собачкина аңлатыуынса, эштән сыҡҡан батарейкаларҙы түбәндәге адрес буйынса ҡабул итәләр: Элеватор урамы, 49-сы йорт, 22-се бүлмә, «Терегөмөш хәүефһеҙлеге» ойошмаһы. Эш ваҡыты: ял көндәренән башҡа 8:30 сәғәттән 17:30 сәғәткә тиклем (төшкө ял: 13:00-14:00 сәғәттә).
Читайте нас: