Матур булып һаҡланыр өсөн ни бары ваҡытында ятып йоҡларға кәрәк һәм йоҡо 9 сәғәт 10 минут дауам итергә тейеш. Белгестәр фекеренсә, 21:45 сәғәттә йоҡларға ятырға һәм иртән етелә торорға кәрәк икән. Бындай һығымтаға Британия ғалимдары тәжрибәләр нигеҙендә килгән, улар йоҡлап уянған кешеләрҙең тиреһенең таҙалығын тикшергән. Туғыҙ сәғәттән артығыраҡ йоҡлаған кешеләрҙең ҡиәфәте яҡшыраҡ булып сыҡҡан, тимәк, был ваҡыт эсендә организм көс туплап өлгөрә. Тәжрибәлә ҡатнашыусыларҙың да фекерен тыңлап үткәндәр. Ваҡытында ятып йоҡлаусылар, йөҙҙәре матурланып китеүҙән тыш, иртәнге хәлһеҙлектән, ярһып китеүҙән һәм насар кәйефтән ҡотолған.