Яңы төр туризмды аңлатыусы төшөнсә business (эшҡыуарлыҡ) һәм leisure (ял) һүҙҙәренән тора. Мәҫәлән, эш командировкаһына барған хеҙмәткәр үҙ теләге менән эш мәсьәләһе менән барған урында ял итергә ҡала ала.
Эксперттар фекеренсә, хеҙмәт базарында 1981 йылдан һуң тыуған кешеләр, йәғни миллениалдар быуыны өҫтөнлөк итеү арҡаһында популярлаша. Миллениалдар шәхси тормошто һәм эште берләштереүҙе һәм яңы урындарҙы өйрәнеүҙе өҫтөнлөк итеп күрә.
Рәсәйҙә эшләүсе сит ил компаниялары йыш ҡына ошондай форматын индерә һәм ошондай ысул менән хеҙмәткәрҙәрен бүләкләй. Яңы төр туризм эш менән шәхси тормош араһында баланс һаҡлау мөмкинлеге бирә.
Бигерәк тә эшкәртеү сәнәғәте һәм энергетика хеҙмәткәрҙәре Рәсәй буйынса эш сәфәрҙәрен оҙайта. Bleisure-сәйәхәттәр шулай уҡ автомомбиль тармағы хеҙмәткәрҙәренә, фармацевтика фирмалары һәм киң төрлөлөклө тауарҙар һатыу менән шөғөлләнгән компаниялар араһында популяр. Сәйәхәт итәм тиһәң, бына ҡайҙа эшкә барырға кәрәк икән.