Ашҡаҙар
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Өс һорауға яуап бир ҙә IQ кимәлен бел

Америка профессоры тиҙ генә кешенең уй-фекер кимәлен билдәләү өсөн өс һорауҙан торған тест төҙөгән. Иң ҡыҫҡа тесты Массачусет технология институты профессоры Фредрик Шейн уйлап тапҡан, ул төҙөгән һораулыҡ кешенең интеллект кимәлен тиҙ генә билдәләргә ярҙам итә. Тест һөҙөмтәләре ысынлап та дөрөҫлөккә тап килеүен билдәләү өсөн профессор төрлө өлкәгә ҡараған 3 мең кешене йыйған һәм уларға тесты эшләтеп ҡараған. Йыйылған һөҙөмтәләр уны шаҡ ҡатырған, сөнки яуап биреүселәрҙең 83 проценты шартты үтәй алмаған. Ҡатнашыусыларҙың 13 проценты ғына тулыһынса түбәндәге өс һорауға яуап бирә алған. 1 . Теннис ракеткаһы һәм уның тубы бергә 1.10 доллар тора. Ракетка тупҡа ҡарағанда бер долларға ҡиммәтерәк. Туп нисә доллар тора? 2. Туҡыма фабрикаһының 5 машинаһы 5 минут эсендә 5 әйбер яһай. Нисә минут эсендә 100 машина 100 әйбер яһаясаҡ? 3. Күлдә томбойоҡтар үҫә. Уларҙың һаны көн һайын ике тапҡырға арта. Томбойоҡтарҙың күлде тулыһынса 48 көн эсендә ҡаплап алыуы тураһында билдәле. Күлде томбойоҡтар менән яртылаш ҡаплар өсөн нисә көн кәрәк?

Беренсе һорауҙы ҡарап үтәйек. Әгәр ҙә беҙ туп 10 цент тора тип уйлаһаҡ, хата була, сөнки был осраҡта ракетканың үҙ хаҡы ғына 1,10 доллар буласаҡ. Әгәр ҙә туп 5 цент булып, ракетканың хаҡы 1,05 доллар булһа мәсьәләнең шарты үтәлә.
Икенсе һорауҙың сиселеше. Фабрика эшенә ярашлы машиналар әйберҙәрҙе яртышар яһап бер-береһенә ҡушып, ялғап булмай, шуға ла бер станок эшләһә лә бер әйберҙе яһар өсөн биш минут ваҡыт талап ителә, йөҙ станок эшләгән осраҡта ла шундай уҡ ваҡыт кәрәк. Яуап биш минут.
Өсөнсө һорауға яуап. Күҙ алдына килтерегеҙ: һеҙ тулыһынса томбойоҡтар менән ҡапланған күл алдында тораһығыҙ, тимәк, бөгөн 48 көн. Томбойоҡтар көнөнә ике тапҡыр арта, тимәк, тап кисә күл яртылаш ҡапланған булған. Яуап та еңел – 47 көн, бер ниндәй формулалар ҙа кәрәкмәй.
Читайте нас: