Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Унан, бынан, тегенән...
9 Август 2019, 13:52

Имтихан биргән бабай

“Тормош һабаҡтары” рубрикаһы аҫтында баҫылған фәһемле ваҡиғалар тураһында уҡырға яратам. Минеңсә, улар төрлө ауыр хәлдәрҙә ҡалған гәзит уҡыусыларға саҡ ҡына булһа ла рухи көс бирә, тормошто яратырға, ҡәҙерләргә өйрәтә. Шулай уҡ яныбыҙҙа булған кешеләргә ҡарата иғтибар арттыра. Үҙем дә бер танышымдың кисергән ҡыҫҡа ғына, әммә мауыҡтырғыс та, фәһемле лә ваҡиғаһы тураһында һөйләп үтмәксемен.Шулай бер ваҡыт уның 92 йәшлек ағаһына, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны булараҡ, ял йортона йүнәлтмә бирәләр. Әйткәндәй, танышым үҙе лә туҡһанын ваҡлай инде. Иң мөһиме: йүнәлтмә бирәләр, әммә башта Өфөгә барып медицина тикшерелеүе үтергә тейеш икән ял итеүсе.

Былар Өфөгә комиссия үтергә баралар. Ҡырҡ мәшәҡәт менән оло кешегә сит ҡалаға барыу – бер, бигерәк тә терапевтҡа инеүҙәре нығыраҡ иҫтәрендә ҡала уларҙың. Йәш кенә белгес бабайҙан һораша икән. Һөйләшеү аралаш өҫтәлдәге ҡағыҙҙарын иҙәнгә төшөрөп ебәрә лә пациентына шул ҡағыҙҙары алып бирергә ҡуша. Һеңлеһе йәш кенә кешенең шундай мәғәнәһеҙ ҡылығына асыуы килһә лә өндәшмәй. Әммә бының менән генә ҡәнәғәтләнмәй әле табип, бабайға йә бер аяғында ғына баҫып торорға, йә ҡулдарын өҫкә күтәрергә ҡуша. 92 йәшлек ветеран барыһын да башҡарып сыға. Ҡағыҙҙарға ҡултамағаһын ҡуйып бөткәс, табип йылмайып ебәрә лә, оло кешене арҡаһынан яратып: “Бабай, имтиханды “бишле” билдәһенә бирҙегеҙ”,– ти. Танышымдың эсенә йылы йүгерә. Баҡтиһәң, йәш табип оло кешенең шулай ныҡлығын һынап ҡараған, уның хаҡында йәштәргә өлгө итеп һөйләргә вәғәҙәләгән. “Мәғәнәһеҙ” ҡылығы ла мәғәнәле булып сыға. Барыһынан бигерәк ағалы-һеңлеле: “Ә шулай ҙа бирешмәйбеҙ, шәптәнбеҙ икән әле, Аллаға шөкөр!” – тип ҡайтып китә.
Читайте нас: