Стәрлетамаҡ Дәүләт автоинспекцияһында Тимур исемле малай менән әңгәмә уҙғарғандар. Эш шунда, бәләкәй “тәртип һаҡсыһы” урамға инспектор костюмы кейеп сыҡҡан һәм... автомобилдәр хәрәкәтен яйға һала башлаған.
Йәш “тәртип һаҡсыһы” ҡул осондағы ҡорамалдарҙан жезл (транспорт хәрәкәтен көйләүсе полиция таяғы) әтмәләп алған да, Яңы йылдан ҡалған кейемен кейеп, юлдың иң ҡыҙыу хәрәкәтле урынына сығып баҫҡан. Малайҙың был мутлығы тураһында ата-әсәләре белмәй ҡала.
Малайҙың атаһы, улының полицейский булырға теләүе тураһында белеп ҡала һәм, бала менән профилактик әңгәмә уҙғарыу өсөн дәүләт автоинспекцияһына алып килә. Тимур хеҙмәткәрҙәргә мәктәпте тамамлағас, мотлаҡ уҡыуын артабан дауам итәсәге һәм ысын полицейский буласағы тураһында һөйләгән.