Ашҡаҙар
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Унан, бынан, тегенән...
6 Сентябрь 2019, 17:24

Әсә булырға уйлаһаң, бер ҡасан да һуң түгел!

Һиндостанда 74 йәшлек ҡатын игеҙәк балалар тапҡан.Һиндостандың Андхра-Прадеш штатында ЭКО ярҙамында ауырлы ҡалған 74 йәшлек ҡатындың игеҙәк ҡыҙҙары тыуған, тип яҙа Hindustan Times гәзите.

Дауахана директоры Эрраматти Мангаямма белдереүенсә, сабыйҙарҙы операция яһап алғандар. Операция һәйбәт үткән. Әсә лә, балалар ҙа сәләмәт, ҡатмарлыҡтар килеп сыҡмаған. Ләкин әсәне һуңғы бер нисә сәғәттәге стрестан сыҡһын өсөн интенсив терапия бүлегенә оҙатҡандар. Әлбиттә, был йәштә Мангаямма балаларын имеҙә алмай, сабыйҙар һөттө донор банкынан аласаҡ. Директорҙың һүҙҙәренә ҡарағанда, өлкән йәштәге ҡатын бары тик диабет һәм гипертензия һымаҡ медицина ҡатмарлыҡтары булмағанлыҡтан ғына балаларын таба алған.
Мангаямма һәм уның 80 йәшлек ире Рая Рао 1962 йылдың 22 мартында өйләнешкән булған. Һуңғы 57 йыл дауамында улар бала табырға теләһәләр ҙә килеп сыҡмаған. Бары тик яһалма аталандырыу арҡаһында ғына 74 йәшлек ҡатын ошо йылдың ғинуарында ауырға ҡалған.
Быға тиклем яһалма аталандырыу ярҙамы менән икенсе бер һинд ҡатыны Омкари Панвар 70 йәшендә 2008 йылдың йәйендә шулай уҡ игеҙәк балалар тапҡан булған.
Читайте нас: