Хәл тураһында Артур Ғүмәров һөйләгән, улар туғандары менән олаталарының ҡәбер урынын таҙартырға баралар һәм ундағы үҫентеләрҙе, ағас олондарынан таҙартып йөрөгән саҡта геүләгән тауыш ишетәләр. Әммә уға артыҡ иғтибар бирмәй үҙ эшен эшләп йөрөйҙәр, ә һуңынан таҡтаташты шылдырып ҡарарға булғас, уның эсенән ҡорттар килеп сыҡҡан. Бындай ваҡиғаға әҙер булмағас, ҡорттарҙы сығарыр өсөн ҡортсоларҙы саҡыртып алалар. Ҡортсолар күсте ҡәҙимге булмаған умарта эсенән сығарып ала алғандар.