Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Унан, бынан, тегенән...
12 Февраль 2020, 17:00

Өйҙә һыҙғырып, аҡсаңды елгә осорма

Тормош тигәнең, бигерәк тә серле инде. Ҡайһы ваҡыт шатлыҡтарың эсеңә һыймай, кем менән уртаҡлашырға белмәй, күбәләктәй осоп йөрөйһөң, ә ҡай саҡ ҡара ҡайғы баҫа, ҡулға бер эш бармай, эргә-тирәләгеләр һиңә тик насарлыҡ ҡыла кеүек. Ә был кире күренештәргә үҙебеҙ ғәйепле булыу тураһында уйлап та ҡарамайбыҙ. Баҡтиһәң, тормошта кире күренештәрҙе булдырмау үҙебеҙҙән тора. Бының өсөн көнкүрештә ябай ғына нәмәләрҙе белергә кәрәк.

  1. Мәҫәлән, өйҙә һыҙғырырға ярамағанды беләһегеҙме? Элек беҙҙең ата-әсәйҙәр: “Бәхетһеҙлек теләп, барлы-юҡлы аҡсаны елгә осороп, өйҙә һыҙғырмағыҙ”, - тип асыулана торғайнылар. Был ысынлап та шулай, һыҙғырыу йортҡа кире энергетиканы йәлеп итә, аҡса бал юҡ-барға бөтөп кенә торасаҡ.
  2. Өҫтәлде ҡағыҙ менән һөртмәгеҙ, был - ыҙғыш-талашҡа, бәхәскә килтерә.
  3. Асҡысты өҫтәлгә һалырға һәм уның менән туҡылдатырға ярамай – эргә-тирәләгеләр менән бәхәсләшеүҙән башығыҙ сыҡмаҫ.
  4. Өйҙә иҙәнде түрҙән ишеккә табан һеперергә кәрәк, шулай иткәндә насарлыҡтар китер, бәхәстәр булмаҫ.
  5. Өйҙә сит кешегә һауыт-һаба, иҙән йыуырға ҡушмағыҙ, яҡшы энергетика юҡҡа сығыр.
  6. Сытырығыҙҙы (зонт) өйҙә асып ҡуйып киптермәгеҙ, күҙ йәше түгелер.
  7. Бысаҡты бүләк итергә ярамай, ыҙғыш-талаш булыуы ихтимал.
  8. Бысаҡты һәм сәнскене өҫкә ҡаратып һалһаң, яуызлыҡ көт.
  9. Ватыҡ көҙгө тотмағыҙ, ватыҡ көҙгөгә ҡарамағыҙ, хатта һүрәт төшөрөлгән көҙгө һатып алырға ла ярамай - бәхетһеҙлек килтерә, энергетиканы боҙа, хатта көҙгөләге таптар тормошоғоҙҙа сағылыуы ихтимал.
  10. Иртән ятҡан урынығыҙҙы йыйыштырырға онотмағыҙ. Көнөгөҙ ыҙғыштан, аңлашылмаусанлыҡтан башланыр, көн дауамында бәхетһеҙлек эҙәрлекләр.
  11. Төнгөлөккә өҫтәлдә ҡалдырылған бысаҡ - ыҙғышҡа.
  12. Ашарға бешергәндә кәйефегеҙ күтәренке, уй-ниәттәрегеҙ яҡшы булһын. Кәйефегеҙ булмаһа, һеҙ яҡындарығыҙҙы тәмле аш урынына, киреһенсә, насар энергия менән һыйлаясаҡһығыҙ.
  13. Стаканда кемдер эсеп бөтмәй ҡалдырған һыуҙы, сәйҙе эсмәгеҙ. Сөнки ҡалған һыуҙағы насар энергетика һеҙгә күсә.
  14. Тормошобоҙға бәйле ошо ябай ғына кәңәштәрҙе иҫтә тотһағыҙ, күңелегеҙ тынысланыр, кәйефегеҙ күтәрелер.
    Читайте нас: