Ашҡаҙар
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Картуф ҡабығын ташлама, ул бына тигән ашлама

Беҙ ғәҙәттә картуф ҡабыҡтарын сүп һауытына ташларға ғәҙәтләнгәнбеҙ, әммә уларҙың ҡарағат өсөн кәрәкле һәм файҙалы булған крахмалға бай сығанаҡ икәнен белмәйбеҙ. Уның менән туҡландырһаң, ҡарағат еләктәре сейә ҙурлығы һымаҡ булып үҫәсәк.

Шуға ла картуф ҡабығын ташламаҫҡа, ә йыйып барып, киптерергә һәм һаҡларға кәңәш ителә.
Ҡабыҡтар батареяла яҡшы кибә. Уларҙы туҡыма ҡапсыҡтарҙа һаҡлау ҡулайлы.
Яҙ һәм йәй ҡороған картуф һабаҡтарын ҡыуаҡтар аҫтына күмеп барығыҙ йәки уларҙы ҡайнар һыуға һалып төнәтегеҙ, һәм һыуынған төнәтмәләрҙе ҡарағатҡа һибеү өсөн ҡулланығыҙ.
Бәрәңге ҡабыҡтарын кәбеҫтә һәм ҡыяр ултыртҡан ваҡытта, ашлама сифатында ҡулланырға мөмкин. Бының өсөн уларҙы ебетергә һәм бутка һымаҡ хәлгә килтереп ваҡларға кәрәк. Бындай «бәрәңге бутҡаһы»н әҙерләп, уңған баҡсасылар ҡыуаҡ төбөнә һалалар, уның өҫтөнә ер һибәләр. Аҙаҡ шуның өҫтөнә үҫентеләр ултырталар.
Автор: Самат Ғәлин
Читайте нас: