Америка ғалимдары асыҡлауынса, бындай кешеләрҙең баш мейеһендә невропептид Ү (NРҮ) тип аталған үҙенсәлекле матдә түбән кимәлдә. Мичиган штаты университетының ғилми хеҙмәткәрҙәре тикшеренеү барышында организмға тап ошо матдә молекулаларының етешмәүе һөҙөмтәһендә кеше стресҡа ҡаршы көрәшмәүен асыҡлаған. NРҮ кимәле нәҫелдән килеүен иҫәпкә алғанда, билдәле әйтемде «пессимист булып тыуалар» тип үҙгәртеп әйтеү ҙә дөрөҫ буласаҡ, тип яҙа Лондондың «Дейли телеграф» гәзите.