Ашҡаҙар
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Монголияла бубон чумаһы йоҡторғандар

Монголияның Рәсәй менән сиктәш булған көнбайыш районында бубон чумаһы тоҡанып киткән. Әле төбәктә 29 июндән карантин индерелгән. Ул ҡасан туҡтатылыр, әлегә асыҡланмаған.

Был турала CentralAsia хәбәр итә. Баҫма мәғлүмәттәре буйынса, дауаханаға бер ирҙе һәм ҡыҙҙы килтергәндәр. Ҡыҙҙың хәле ауыр. Ҡыҙ ауырый башлағас, уның менән 60 кеше туранан-тура бәйләенштә булған, ә ситләтелгән бәйләнештәгеләр һаны – 400, шунлыҡтан, сир таралып китеү ҡурҡынысы ныҡ хәүеф янай.
Баҫмала йәштәрҙең бубон тағуны йоҡтороу сәбәптәре лә асыҡлана: улар байбаҡ (һыуыр) итен бешермәй ашаған булған.
Элегерәк Приморьеның Лесозаводский районында суҡсҡалар араһында африка тағуны вирусы тоҡанып китеүе тураһында хәбәр ителгәйне.
Р.ЗАМАНОВА.
Читайте нас: