Ойотҡан – сөсө (диабет) ауырыуынан бик шифалы дарыу, даими эсегеҙ. Бигерәк тә кис ятыр алдынан. «Ятыр ҡорһаҡ яңшамай, ашҡаҙанды төнгөлөккә тултырмағыҙ, йөрәк тә, бөтә тән дә ағыулана», – тиер ине әсәйем. Ғөмүмән, беҙ кискелеккә ашарға бешермәнек, гел ойотҡан эсеп яттыҡ. Хәҙер 3-4 һыйырлы кешеләр ҙә ойотҡан эшләмәй, балаларына эсереп ғәҙәтләндермәй. Магазиндан гел шәрбәтле аҙыҡ һатып алған булабыҙ. Өйҙәгене тәрбиәләп өйрәнергә кәрәк.
«Ҡара аҙыҡ» нимә һуң ул? Ул – икмәкте самалап ашау, ҡорот, аҡ һәм ҡыҙыл эремсек, ҡатыҡлап йәки ҡоротлап итһеҙ һалма, һәр төрлө ярманан өйрә, бутҡа, айран, арыш талҡаны, айыртылған һөттө бешереп эсеү, эркет ҡайнатҡанда күбеген ялау, күбек майы эшләп ашау. Уларҙан һуң муйыл, балан, миләш ҡағы ҡушып, үлән сәйе лә эсһәң – бына һиңә шифахана!
Дин дә, медицина ла бер төрлөрәк ризыҡ ашарға өйрәтә. Сөнки бик күп төрлө ризыҡ ашҡаҙанды ҡуҙғыта, кәрәкмәгән матдәләр бүлеп сығарырға мәжбүр итә. Һөҙөмтәлә – тотош организм ағыулана, ауырый башлайһың. байлыҡ, муллыҡ тип, өҫтәл һығылдырып әҙерләү кәрәкмәй. Тәнгә сихәтле ризыҡтарҙы самаһына белеп кенә яраштырырға тырышайыҡ.
Йәйәү йөрөүҙе бөтөнләй оноттоҡ. Гел машинала һелкенеп йөрөү йөрәкте һелкетә, ағзалар эшмәкәрлеген боҙа, кеше һимерә һәм шәкәр ауырыуына һабыша. Һаулыҡ үҙ ҡулыбыҙҙа, ялҡауланырға ғына ярамай.
Үлән, ойотҡан, «ҡара аҙыҡ», хәрәкәт –бына инде беҙҙең дуҫтар, онотмағыҙ шуны. Боронғоларҙан ҡалған аманат бит улар. Тағы ла шуларға өҫтәп, һалҡынсараҡ өйҙә ҡатыраҡ түшәктә лә ятһаҡ, тәнебеҙ сынығыр, нығыныр инек. Бигерәк тә ир-аттарға файҙалы был кәңәштәр.