Бөтә яңылыҡтар
Унан, бынан, тегенән...
1 Ғинуар 2021, 02:00

Тауға артыл, тының асылыр

Һимеҙлектәнме, аҙ хәрәкәтләнеүҙәнме, көйәҙ генә кейенеп йөрөп, һыуыҡ тейҙереүҙәнме – күп кешенең тын алышы ауыр, насар (икенсе тын сыҡмай, тибеҙ быны).

Был осраҡта ҡарт өләсәйем Ғәлиә Ғайсина беҙҙе бейек түбәләскә, Иҙел ярына туп-тура баҫып бенергә өйрәтә ине. 1-2 көн шулай эшләгәс, тауға менергә, тау һауаһын тәрән һуларға ҡуша. Шул саҡта төрлө үләндәрҙең еҫе тәьҫиренән баштар әйләнеп китә ине.
Мин үҙем әле лә был ғәҙәтте ташламайым, тау артылып, арып ҡайтам. Тын асыла, еңел һулайһың. Мунсала үлән һыуы менән йыуынып, сабынып та ебәрһәң - шул инде дауаһы. «Янғантау»ҙарың ары торһон. Тик быны урыҡ-һурыҡ түгел, даими эшләргә кәрәк.
Яланбаш, ҡолаҡты күрһәтеп йөрөүҙе лә тыйҙы өләсәй. Сөнки ҡолаҡ япрағында һәр ағзаның нөктәһе була, эҫе лә, һыуыҡ та шунан эскә инә, ти ине, гел ҡолаҡты ыуалатты (хәҙергесә массаж була инде).
Читайте нас