Конкурста ҡатын-ҡыҙҙар араһында үҙ эшенең оҫталары, йәмәғәтселәр ҡатнаша ала. Ул түбәндәге номинациялар буйынса үткәрелә: «Мәҙәниәтсе ҡатын-ҡыҙ», «Ҡатын-ҡыҙ — әсә», «Лидер ҡатын-ҡыҙ», «Ҡатын-ҡыҙ - педагог », «Ҡатын-ҡыҙ — бизнес-леди», «Ҡатын-ҡыҙ – йыл өлгөһө», «Оло йәштәге ҡатын», «Иң йәш йәмәғәтсе», “Ҡатын-ҡыҙ – оҫта». Конкурста ҡатнашыу өсөн ғинуар аҙағына тиклем «БР башҡорт ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәте»нең Стәрлетамаҡ бүлексәһенә электрон портфолионы килтерергә йәки электрон почтаға (Zulfiya_Abdul@mail. ru) ебәрергә кәрәк.