Ашҡаҙар
+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Уйын. Отош. Конкурс.
16 Ғинуар 2020, 19:00

Республиканың Юғары суды журналистар өсөн конкурс иғлан итте

Башҡортостандың Юғары суды киң мәғлүмәт сараларында судтар һәм суд берләшмәһе органдары эшмәкәрлеген иң яҡшы яҡтыртыуға конкурс иғлан итте.

Эштәр 2020 йылдың 31 ғинуарына тиклем Өфө ҡалаһы, А.Матросов урамы, 1-се йорт, 202-се бүлмә адресына ҡабул ителә.
Унда район (ҡала), республика һәм федераль киң мәғлүмәт саралары журналистары, шулай уҡ баҫма киң мәғлүмәт саралары, теле- һәм радиокомпаниялар, мәғлүмәт агентлыҡтары коллективтары (редакциялары), шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы судтарының дәүләт граждан хеҙмәткәрҙәре ҡатнашырға мөмкин.
Конкурста ҡатнашыуға 2019 йылдың 1 ғинуарынан 31 декабренә тиклем киң мәғлүмәт сараларында донъя күргән Башҡортостан Республикаһының ике дәүләт телендәге материалдар ҡабул ителә. Түбәндәге номинациялар ҡаралған:
«Иң яҡшы мәҡәлә»; «Иң яҡшы видеосюжет/радиоматериал»; «Башҡортостан Республикаһының суд системаһын әүҙем һәм профессиональ яҡтыртҡан өсөн» (киң мәғлүмәт саралары коллективтары араһында); «Иң яҡшы матбуғат секретары/Иң яҡшы матбуғат хеҙмәте».
Еңеүселәргә дипломдар һәм ҡиммәтле бүләктәр тапшырыла. Конкурс еңеүселәре Башҡортостан Республикаһының суд системаһы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһауға арналған кәңәшмәлә бүләкләнә.
Башинформ.
Читайте нас: