Ашҡаҙар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Бүләктәргә эйә сыҡты

Шатлығыбыҙ менән уртаҡлашырға ашығабыҙ, дуҫтар! Ниһайәт, 2020 йылдың икенсе ярты йыллығына “Ашҡаҙар” гәзитенә яҙылыу кампанияһына ла йомғаҡ яһаныҡ. Шулай итеп, бүләктәр эйәһен тапты.

Билдәле булыуынса, был матбуғатҡа яҙылыу кампанияһында ла гәзиттең ойоштороусыһы – “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто матур-матур бүләктәр әҙерләне. Бүләктәрҙең эйәләре һеҙ ебәргән квитанция күсермәләре араһынан осраҡлы һайлау ысулы менән билдәләнде. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, кемдәр гәзиткә бер йылға былтыр уҡ алдан яҙылған, уларҙың квитанция күсермәләре тағы бер тапҡыр уйнатылды.

Шулай итеп, Ленин проспектында урынлашҡан 85-се йортта йәшәүсе Г. Иралина – үтек, Ылыҫлы урамындағы 16-сы йорттан М. Шәкирова сәйнүк отһа, Б. Хмельницкий урамының 44-се йортонда йәшәүсе Р. Аллабирҙин – сәғәткә, Курчатов урамының 2-се йортонда йәшәүсе С.Ҡарамышев – үлсәүгә, Баҫыу урамындағы 13-сө йортта йәшәүсе Р. Мансуров – йылытҡысҡа, Октябрь проспекты, 28А йортонда йәшәүсе Р. Дәминев – йылы юрғанға, Стәрлетамаҡ районы Мырҙаш ауылынан М. Байдәүләтова ҡулсатырға эйә булды. Ә Х. Сатлыҡова (Гоголь урамы, 139), Р. Рәхимов (Коммунистик урамы, 73), З. Мортазина иһә (Дуҫлыҡ урамы, 37А) мунса таҫтамалы отто.

Бүләкте редакциянан килеп алғанда үҙегеҙ менән паспортығыҙҙы, ИНН һәм СНИЛС алып килергә онотмағыҙ. Алдан 8(3473) 25-18-57 телефоны буйынса бәйләнешкә сығыуығыҙҙы үтенәбеҙ.
“Ашҡаҙар”ҙар.
Читайте нас: