Ашҡаҙар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Уйын. Отош. Конкурс.
14 Сентябрь 2020, 16:09

«Йәшлек» гәзите Булат Солтангәрәев исемендәге конкурсҡа йомғаҡ яһаны

Быйыл Булат Солтангәрәев исемендәге конкурс Башҡортостан Республикаһы башлығының гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереүгә йүнәлтелгән грантына Журналистар союзы менән берлектә уҙғарыла. Баймаҡ, Сибай, Күмертау ҡалаларында, Мәләүез, Баймаҡ, Хәйбулла, Көйөргәҙе, Әбйәлил, Белорет райондарында ижади осрашыуҙар ойошторолдо. Телефильм әҙерләнә, шулай уҡ элекке йылдарҙағы еңеүселәрҙең эштәре менән китап баҫылып сығырға тейеш.

2020 йылда беренсе премияны Бөрйән районы Байназар ауылынан ун беренсе класс уҡыусыһы Зилиә Буранбаева яуланы. Ул үҙенең шиғырҙарында башҡорт теле, халыҡ һәм йәштәр проблемаларын ҡуҙғатты, уларҙы хәл итеү юлдарын тәҡдим итте һәм киләсәккә пландары менән уртаҡлашты.
«Йәшлек» гәзите редакцияһы хеҙмәткәрҙәре конкурстың әүҙем ҡатнашыусыларын бүләкләү өсөн республика райондарына сыҡты. Байназар ауылында гәзиттең баш мөхәррире Артур Дәүләтбәков һәм Булаттың атаһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы Әмир Солтанморатов Зилиә Буранбаеваға — беренсе, уның класташы Сәлимә Дәүләтшинаға өсөнсө премияны тапшырҙы.
Был көндө башҡа лауреаттар һәм номинанттар ҙа дипломдар, аҡсалата приздар, иҫтәлекле бүләктәр менән баһаланды.
Булат Солтангәрәев исемендәге журналистарҙың эштәре менән ижади конкурс 2019 йылдың көҙөндә иғлан ителде. Маҡсаты – йәштәрҙе илһөйәрлек рухында тәрбиәләү, шәхесте төрлө яҡлап үҫтереү, шулай уҡ ижадта әүҙем, уҡыуҙа һәм йәмәғәт эштәрендә алдынғы йәштәрҙе асыҡлау, уларға ярҙам итеү.
«Конкурста ҡатнашыу өсөн мәктәп уҡыусылары, техникум һәм колледж студенттары үҙҙәренең эштәрен ебәргән. Яҙыусы һәм әҙәбиәт белгесе, БДУ профессоры Тимерғәле Килмөхәмәтов рәйеслегендәге жюри төрлө темаға арналған бик күп эштәрҙе ҡараны. Гәзит биттәрендә һәм социаль селтәрҙәрҙә 30-ҙан ашыу эш баҫылып сыҡты», — тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына конкурстың кураторы Айбулат Ишназаров.
Булат Солтангәрәев Өфө ҡалаһы Киров районының 3-сө гимназияһында сығарылыш класында уҡып йөрөгән. Ул белемле,тәрбиәле, илһөйәр булған, олимпиадаларҙа, конкурстарҙа, конференцияларҙа әүҙем ҡатнашып, еңеү яулаған. Уның ғүмере 2011 йылдың 22 майында автоһәләкәттә фажиғәле өҙөлгән.
Башинформ.
Читайте нас: