Бөтә яңылыҡтар
Уйын. Отош. Конкурс.
6 Октябрь 2020, 17:00

Конкурс иртәрәк башлана

“Етегән – 2021” байрамы сиктәрендә конкурс иртәрәк башлана! Сөнки быйыл бер нисә тур ҡаралған: муниципаль тур, зональ этап һәм иң аҙаҡтан – республика кимәлендә бәйге.

Стәрлетамаҡта муниципаль тур 20 октябрҙә старт ала. Зональ этап ноябрь аҙағына планлаштырылған. Конкурс сиктәрендә үткән йылдарҙа мөхәббәткә арнап йыр-бейеү, шиғыр һөйләү, һүрәт-фото буйынса һәм башҡа бәйгеләр үтте, быйыл иһә конкурс тик ғаиләләр араһында иң-иңдәрҙе билдәләүгә нигеҙләнгән.
“Етегән” байрамы Стәрлетамаҡ ҡалаһында 1 март
көнө үтәсәк. Был сара Башҡортостанда ғаилә институтын нығытыуға, йәштәр араһында милли йолаларыбыҙҙы, ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлауҙы бурыс итеп алған.
Ләйсән ЙОСОПОВА.
Читайте нас