Ашҡаҙар
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Уйын. Отош. Конкурс.
20 Ноябрь 2020, 12:51

Республикала «Иң популяр башҡорт блогеры» конкурсы старт алды

Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығы Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды менән берлектә 2020 йылдың 16 ноябренән 12 декабренә тиклем «Иң популяр башҡорт блогеры» конкурсын ойошторҙо.

Конкурс Башҡорт теле көнөнә арналған һәм социаль селтәрҙәрҙә үҫеп килгән быуын, йәштәр араһында башҡорт телен популярлаштырыуға йүнәлтелгән. Унда мәктәп уҡыусылары (12 йәштән), юғары һәм һөнәри белем биреү ойошмалары студенттары ҡатнашырға мөмкин.
Ҡатнашыу өсөн конкурс тураһында положение менән ентекләп танышырға һәм 8 декабргә тиклем [email protected] электрон адресына ғариза ебәрергә кәрәк. Дәғүәсенең блогына башлыса башҡортса мәғлүмәт һалынырға һәм конкурстың маҡсатына тап килергә тейеш.
Еңеүселәргә һәм призерҙарға Мәғариф һәм фән министрлығының дипломдары, ҡиммәтле бүләктәр ҡаралған.
Иң күп балл йыйған еңеүсегә шулай уҡ 12 декабрҙә «Арт-Квадрат» биләмәһендә популяр блогерҙар, билдәле веб-ресурстар әҙерләүселәр ҡатнашлығындағы «Башҡорт теле: яңы ҡараш 2.0» сараһына саҡырыу тапшырыла.
Башинформ.
Читайте нас: