Ашҡаҙар
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Уйын. Отош. Конкурс.
2 Август 2023, 13:11

ҮҘ ЕРЕҢДӘ ЯЛ ИТЕП, ҮҘ ТЕЛЕҢДӘ АРАЛАШ!

Үткән һандарҙа “Ашҡаҙар” гәзитенә яҙылып бүләк отоусылар тураһында хәбәр иткәйнек. Бүләктәрҙе килеп ала башланылар ҙа инде, төп бүләгебеҙҙе – “Ҡайынҡай! шифаханаһына юллама отоусы Роза Хәсән ҡыҙы ХӘЙРУЛЛИНА үҙ бүләген ҡулына алды. Тиҙҙән ул ял итергә юллана!

ҮҘ ЕРЕҢДӘ ЯЛ ИТЕП, ҮҘ ТЕЛЕҢДӘ АРАЛАШ!
ҮҘ ЕРЕҢДӘ ЯЛ ИТЕП, ҮҘ ТЕЛЕҢДӘ АРАЛАШ!

Ял һәр кемгә лә файҙалы, гәзит уҡып ултырыу ҙа үҙенсә ял бит ул. Бер дуҫым, мәҫәлән, үҙе гәзит яҙҙырып алдырмай, интернетта уҡыйым тигән була ла ҡуя, ә ҡулына “Ашҡаҙар”ҙы тотторһаң, эсенә сумғандай кинәнеп уҡырға тотона. Беҙҙең бүләк отоусы Роза Хәйруллина ла шулай “Ашҡаҙар” менән ҡалаға күсеп килгәс таныша:

– “Ашҡаҙар”ҙы тәүге тапҡыр ҡыҙым Ләйләлә күреп ҡалдым, бына нисә йыл инде гәзитте яҙҙырып тора ул. Ҡунаҡҡа килгәс алып уҡыйым гәзитте, үҙем Миәкә районында йәшәй инем ул саҡ. Ҡалаға күсеп килгәс, башҡорт мөхитен эҙләйһең, башҡортса уҡығы, башҡортса аралашҡы килә. Башҡортса һөйләшһәң, шул тиклем рәхәт булып ҡала бит ул. Шуға ла бар яңылыҡтарҙы, сараларҙы белеп торор өсөн ике йыл инде хәҙер “Ашҡаҙар”ҙы үҙемә яҙҙырам, – тип һөйләне еңеүсебеҙ.

Баҡтиһәң, Роза ханым “Ҡайынҡай”ҙа ял иткән булған икән, шуға ла ундағы хеҙмәтләндереү менән таныш. Гәзит квитанцияһы күсермәһен уйынға ҡалдырғанда ла, ул тап элек алған ял хистәрен иҫенә төшөрөп, тағы ла ял итһәң ине, тигән уй менән килтергән булған. Юҡҡа ғына психологтар ҙа: хыялланығыҙ, ирешергә теләгән эште күҙ алдына килтерегеҙ һәм уңышҡа өлгәшерһегеҙ, тип әйтмәй бит.


– Шифаханала оло кешеләр өсөн махсус курстар бар, программалар эшләп килә, ғөмүмән, өлкән йәштәгеләр – иғтибар үҙәгендә. Шулай уҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ла махсус курсыбыҙ бар. Был бүләкте лә ысын күңелдән тапшырабыҙ! – тип һөйләп үтте тантаналы мәлдә “Ҡайынҡай” шифаханаһы директоры Рауил Шафиҡов.

– Батҡаҡ менән дауалау, кедрлы мискә, бассейн – барыһы ла пациенттарыбыҙ өсөн!


Беҙ үҙ сиратыбыҙҙа “Ашҡаҙар”ҙын дуҫтарына һаулыҡ һәм сәләмәтлек теләйбеҙ, йәйге ялдар шифаға булһын! Үҙ ереңдә ял итеп, үҙ телеңдә уҡып, һөйләшеп йәшәү – үҙе бәхет!

ҮҘ ЕРЕҢДӘ ЯЛ ИТЕП, ҮҘ ТЕЛЕҢДӘ АРАЛАШ!
ҮҘ ЕРЕҢДӘ ЯЛ ИТЕП, ҮҘ ТЕЛЕҢДӘ АРАЛАШ!
Автор:Эльдар Фаттахов
Читайте нас: