Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Сентябрь 2018, 13:39

Ҡоролтайға кемдәр үтте?

БР алтынсы саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға депутаттар һайлауға йомғаҡ яһалды. Дәүләт Йыйылышына алты сәйәси партия үтте.

Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы хәбәр итеүенсә, һайлаусыларҙың 49,08 проценты тауыш биргән. Йәмғеһе 110 депутат һайланды. Был йәһәттән һөҙөмтәләр буйынса мандаттар түбәндәгесә тәшкил итә:
1. «Берҙәм Рәсәй» – 79;
2. «КПРФ» – 15;
3. «ЛДПР» – 7;
4. «Ғәҙел Рәсәй» – 5;
5. «Рәсәй патриоттары» – 2;
6. «Йәшелдәр» – 1;
7. Үҙ-үҙҙәрен күрһәтеүселәр – 1.
Стәрлетамаҡтан иһә Ҡоролтайға артабанғы депутаттар үтте:
– Сергей Лобастов – Башҡорт сода компанияһы генераль директоры урынбаҫары;
– Азат Ҡорбанғәлиев – 1-се клиник дауахана баш табибы;
– Гүзәл Йосопова – “Феникс” медицина үҙәге баш табибы;
– Ринат Райманов – “Риком” ЯСЙ ойоштороусыһы.
Читайте нас: