Буласаҡ әсә яҡшыраҡ табипҡа күренер өсөн бүләк бирә, күстәнәс ташый, аҡса “төртә”, бала табыу йортонан сыҡҡан мәлдәге байрамдар тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Быға ғәжәпләнергә лә кәрәкмәйҙер, бит ғәйеп үҙебеҙҙә – матурыраҡ кәрәк, яҡшыраҡ, ҡулайлыраҡ… Әммә бындай сығымдар тормош башында ғына булмай шул, кешене ғүмере буйы оҙатып йөрөй. Әйткәндәй, статистика буйынса, Рәсәйҙә иң күп ришүәт алыусылар полицейскийҙар, табиптар һәм уҡытыусылар. Табиптар ғына ла йылына 600 миллион доллар бүләкләтә йәки аҡсалата ришүәт ала.
1-се класҡа уҡырға барғанда уҡ “иң кәрәкле әйберҙәр өсөн” 10-15 мең аҡса йыялар. Етмәһә, балаһын яҡшыраҡ мәктәптә уҡытырға теләгән ата-әсә “иғәнәнән” баш тартһа – баланы башҡа мәктәпкә күсереүҙе һорайҙар. Дауахана, башҡа учреждениелар менән дә шул уҡ хәл. Бүләк, ришәүәт һәм башҡалар.