Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Сентябрь 2018, 13:24

Уртаса эш хаҡы – 30 мең һумдан юғары

Стәрлетамаҡта уртаса эш хаҡы йылдың тәүге ярты йыллығында 33 256 һум тәшкил иткән. Ошо хаҡта социаль хеҙмәт мөнәсәбәттәрен көйләү буйынса өс яҡлы территориаль комиссияның сираттағы ултырышында хәбәр иттеләр.

Был сарала һандар менән бер рәттән эш хаҡы артыу тураһында ла билдәләнде. Мәҫәлән, мәҙәниәт, спорт, ял, мәғариф һәм һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә күҙәтелә икән ундай күренеш. Атап әйткәндә, һаулыҡ һаҡлау системаһында эш хаҡы 121 процент тәшкил итһә, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тар-мағында – 114 процент. Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең уртаса эш хаҡы 29 190 һум булһа, өҫтәмә белем биреү хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы 32 011 һумға еткән. Әлбиттә, бында уртаса эш хаҡы күрһәткесе тураһында һүҙ барғанын оноторға ярамай…
Ултырышта билдәләнеүенсә, шул
уҡ ваҡытта коллектив килешеүе төҙөмәгән предприятиелар, эш хаҡтарын ваҡытында алмаусылар һәм эш хаҡынан РФ Пенсия фондына күсермәүселәр ҙә бар икән ҡалала. Был хаҡта Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының территориаль бүлеге начальнигы Лариса Запрометова әйтеп үтте.
Эш хаҡы күрһәткестәренең арта-бан да һәм башҡа өлкәләрҙә лә үҫер, ә хеҙмәт хаҡы тотҡарланмаҫ, тигән өмөттә ҡалайыҡ.
Читайте нас: