Ашҡаҙар
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Сентябрь 2018, 15:08

Паспортлы булыу – ҙур ваҡиға

Үҙеңдең бәлиғ булғаныңды белеү өсөн көҙгөгә ҡарау бер, паспортлы булыу – мөһим ваҡиға. Шулай ҙа булмай ни, ул бит – төп документ! Кәләш алһаң да, кредит юллаһаң да, сит илгә барһаң да… унһыҙ бер нисек эш сыҡмай.

Һәр кем иҫләйҙер тулҡынлан-дырғыс паспорт алыу мәлен.
– Эй туғанҡайым, ул ваҡытта зама-на икенсе ине бит, бик ныҡ ауырлыҡтар менән алғаным хәтерҙә ҡалған. Иртән иртүк тороп, йөк машинаһында дуҫтарым менән ауылдан 60 саҡрымдағы Ҡалтасы районы үҙәгенә барҙыҡ. Беренсе көн ала алманыҡ әле, изге кешеләргә осрап, фатирҙа ҡунып сыҡтыҡ. Икенсе көн иртүк сират алып ҡына паспортлы булдым. Бала саҡ менән хушлашҡан, үҫмер ваҡыт үтеп барғанын аңлап, оло тормошҡа аяҡ баҫҡан мәлде нисек онотаһың. Унан һуң ғорур баҫып беренсе тапҡыр паспорт тотоп һайлауға барҙым. Кире ҡайтмаҫ йәшлектең айырылғыһыҙ өлөшө бит ул, – тип хәтирәләргә сума танышым Флүсә Ремеева һәм һүҙен. – Ейәнсәребеҙ Диана ла паспорт алырға әҙерләнә, уның менән беҙ ҙә бергә тулҡынланып көтәбеҙ, – тип өҫтәп тә ҡуя. Тимәк, был документ хатта быуындарҙы ла бәйләй.
…Элек 18 йәштә паспорт ала торғайныҡ, ә хәҙер ул балаға 14 йәш тулғас бирелә. Заман башҡа, әммә мәшәҡәттәрҙән беҙҙең заман да азат түгел шул. Шәхсән кесе улымдың пас-порт алыуына бәйле ваҡиғаларҙан сығып әйтәм уны. Күп функциялы үҙәккә бер нисә тапҡыр барып, талон булманы. Йәй отпуск осоро булһа ла, төрлө һорауҙар менән мөрәжәғәт итеүселәр һаны бик күп икән. Бала тулҡынлана, беҙ ҙә ҡайғырабыҙ. Шулай ҙа Алмаз өсөн бәхетле мәл етте: бер үҙәктән – икенсеһенә, бер белгестән икенсе белгескә йөрөй торғас, паспортлы булдыҡ. Малайҙың ҡыуанғанын күрһәгеҙ. “Әсәй, минең паспорт урынындамы?” “Әсәй, миңә лә пас-портымды алып барырға кәрәктер?” Ғөмүмән, документлы кеше бит хәҙер, үҙендә яуаплылыҡ тоя, һорауҙар күбәйҙе. Уның дуҫтары, класташтары ла төп документлы булды быйыл.
– Улыбыҙҙың хәҙер ике паспорты бар хатта. Беренсеһе – Рәсәйҙә генә йәшәр өсөн, икенсеһе менән сит илгә сәйәхәт ҡылырға мөмкин, – тип ҡыуана, мәҫәлән, улдары Юлай өсөн Исҡужиндар.
Эйе, паспорт алыу һәр кем өсөн оло ваҡиға. Әммә ҡулыңа ҡағыҙ тапшырһалар ҙа һеҙ ҙур түгел әле, йәштәр. Был тиклем документ мөмкинлек тә, яуаплылыҡ та өҫтәй, шуны белегеҙ.
Читайте нас: