Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Сентябрь 2018, 17:19

«Өлгө ал» конкурсының икенсе этабы башланды

Республикала социаль яҡтан әүҙем ғаиләләре араһында «Өлгө ал» конкурсы иғлан ителгәне. Ошо көндәрҙә конкурстың икенсе этабына 30 ҡатнашыусы үтте.

Белеүегеҙсә, республикала социаль яҡтан әүҙем ғаиләләр араһында «Өлгө ал» конкурсы иғлан ителгәйне. Ошо көндәрҙә конкурстың икенсе этабына 30 ҡатнашыусы үтте. Шуныһы һөйөнөслө: улар араһында Стәрлетамаҡтан инвалид балаларға, бигерәк тә ауыр тормош шарттарында ҡалған ғаиләләргә ярҙам итеү менән шөғөлләнеүсе Биргулиевтар ғаиләһе лә бар.
Республикала йәшәүселәр аҙна дауамында Башҡортостан юлдаш телеканалы сайтында иң яҡшылар исеменә лайыҡ ғаиләләрҙең ғаризаларын һайланы. Конкурсҡа бөтәһе 107 ғариза килгән. Ойоштороусылар мәғлүмәттәре буйынса, алдағы ике аҙнала конкурс комиссияһы һайлап алынған ҡатнашыусыларҙың мәғлүмәттәренең дөрөҫлөгөн тикшерә. 5 октябрҙә төп бүләк – автомобиль өсөн көс һынашырға тейешле ғаиләләрҙең исемлеге билдәле була.
Әйткәндәй, «Өлгө ал» конкурсы Башҡортостан Башлығы башланғысы менән үткәрелә, ойоштороусылары – Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы, Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, «Башҡортостан» ТРК ДУП-һы. Сара ғаилә ҡиммәттәрен популярлаштырыу һәм граждандарҙы йәмәғәт тормошона йәлеп итеү маҡсатында үткәрелә.
Еңеүсе еңел автомобиль һатып алыу өсөн 600 мең һумлыҡ аҡсалата сертификат менән бүләкләнә. Сертификат ноябрҙә Башҡортостанда Ғаилә йылын йомғаҡлау сараһында тапшырыла.
Читайте нас: