Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Ноябрь 2018, 13:22

КҮПЕР МӘСЬӘЛӘҺЕ СТӘРЛЕТАМАҠТАР ӨСӨН МӨҺИМ

КҮПЕР МӘСЬӘЛӘҺЕ СТӘРЛЕТАМАҠТАР ӨСӨН МӨҺИМ

Сөнки өс йылға тамағында урынлашҡан ҡаланан күршеләргә күперҙәрһеҙ бер нисек тә барып булмай. Бынан бер нисә йыл элек Салауат яғына сыҡҡан юлда Ольховка күперен ремонтлауҙы ғына алайыҡ, бик ҙур тығындар килтергәйне. Әммә унда юлды тулыһынса ябып торманылар. Хәҙер иһә иң ҙур йылғабыҙ Ағиҙел өҫтөнән үткән күперҙә хәрәкәт бөтөнләй туҡтатылыуы ҙур ҡыйынлыҡтар тыуҙыра. Бөтә халыҡ ремонттар бер ай эсендә тамамланыр тип өмөт итә, ысынлап та шулай булырмы? Һәр хәлдә, емерек күперҙән йөрөгәнсе, йөрөмәй тороу отошлораҡ түгелме ни?!.
Күперҙе йүнәтеү нимәгә ҡайтып ҡала һуң, ҡарап үтәйек.
Күптән түгел генә күперҙә тишек барлыҡҡа килеү арҡаһынды юлды ябып, ремонтлағандар ине, тиҙҙән хәрәкәтте лә асып ебәрҙеләр. Тик хәрәкәт итергә рөхсәт еңел автомобилдәр өсөн генә асылды, баҡтиһәң быға сәбәбе лә бар. Бөтәһе лә күргән асфальттағы тишек айсбергтың күренгән өлөшө генә булып сыҡты, ә төп мәсьәлә күперҙе тотоп торған бағаналарға ҡайтып ҡала. Уларҙың береһендә ерҙән алып өҫкә тиклем ярыҡ барлыҡҡа килгән. Бына нимәгә йөклө машиналарға йөрөү тыйылған булған, ә был ҡағиҙәне үтәмәүселәр ысынлап та бик хәүефле ҡыланған булып сыға.
Эштәргә килгәндә, әлеге мәлдә был бағаналарға яңынан бетон ҡойорға кәрәк буласаҡ, дөйөм алғанда 11 опалубкаға 90 кубометр самаһы бетон кәрәк. Төҙөүселәр әлбиттә әллә ни күп түгел тип әйтер, әммә йылға буйында һауа торошо башҡасараҡ булыуы һәм иҙмәне йылытып тороу өсөн электр сымдары йыраҡ булыуын оноторға кәрәкмәй. Күпер нигеҙен тергеҙеүселәр, әлбиттә, бөтә технологиялар буйынса тиҙ, әммә ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ремонтлап, уның ныҡлығын тикшереп ҡарап, һөҙөмтәләрын билдәләргә вәғәҙә итә. Әлеге ваҡытта конкурс процедуралары аша Өфө ҡалаһының подряд ойошмаһы һайланған.
Э. Мөниров.
Читайте нас: