Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Ноябрь 2018, 23:04

ҠЫШ БАБАЙ ХАТТАР КӨТӘ

«Ҡыш бабайға хат» балалар республика проекты старт алды. Бүләкле булам тиһәң иң тәүҙә изге эштәрең тураһында һөйләргә кәрәк буласаҡ.

Проектта 3-15 йәшлек балалар ҡатнаша ала. Бүләкле булыр өсөн шарттарҙы үтәргә һәм Ҡыш бабайға 2018 йылда башҡарылған изге эштәр хаҡында яҙырға кәрәк. Шулай уҡ Ҡыш бабайҙың Серле хеҙмәтенән махсус талаптарҙы үтәргә, улар һәр бер йәш төркөмдәренә ҡарап айырыла.
Хаттарҙы башҡарылған эштәр менән бергә 2018 йылдың 23 ноябренә тиклем 450098, Өфө ҡалаһы, «Ҡыш бабайға хат» абонент йәшниге адресы буйынса ебәрергә кәрәк. Ҡыш бабай хәҙер интернетта ла ултыра шуға ла электрон почта аша ла хат ебәрергә мөмкин [email protected] .
Конкурс еңеүселәре — социаль әһәмиәтле эштәрҙең авторҙары — Ҡыш бабайҙың Өфөләге Раштыуа шыршыһына саҡырыу ала. Байрам 2019 йылдың ғинуарында мәктәп каникулдары ваҡытында ойошторола.
Быйыл «Ҡыш бабайға хат» балалар республика проекты 16-сы тапҡыр уҙғарыла һәм Башҡортостан Республикаһында — Ғаилә, Рәсәйҙә Ирекмән йылына арналған.
Проекттың төп маҡсаты — балалар хәйриәлеге хәрәкәтен тергеҙеү. Башҡортостан балалары тирә-йүндәгеләр һәм үҙҙәре йәшәгән ер өсөн изге һәм файҙалы ғәмәлдәр башҡара.
Шарттарға ярашлы, бүләк һорап яҙылған хаттар ҡаралмай. Конкурста изге эштәр тураһында бәйән иткән хаттар ғына ҡатнаша.
Проекттың тулы талаптары менән http://www.fondufa.ru/news/1648/ сайтында таныша алаһығыҙ.
Читайте нас: