Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Ноябрь 2018, 13:48

Сүп-сар реформаһы: яңы йылдан нимә үҙгәрәсәк?

Ә һеҙ беләһегеҙме йыл буйына күпме сүп-сар ташлағанығыҙҙы?

Ышанһағыҙ-ышанығыҙ, ышанмаһағыҙ-юҡ – 500 килограмм! Уның күбеһе рөхсәт ителмәгән сүплектәрҙә: урманда, яланда, хатта йылғаларҙа ятып ҡала. Әгәр хәл ошолай барһа, оҙаҡламай беҙ үҙебеҙ сүплектә йәшәй бшлаясаҡбыҙ, тиһәк тә һис арттырыу булмаҫ. Ваҡиғаны артабан дауам иттермәҫ өсөн илдә ҡалдыҡтар менән эш итеү буйынса ҙур реформа башланды. Яҡын арала етди үҙгәрештәр буласаҡ һәм ул бөтәбеҙгә лә ҡағыласаҡ.
Яңы йылдан Башҡортостан Республикаһы халҡына ла ҡалдыҡтар менән комплекслы эш итеү буйынса яңы коммуналь хеҙмәттәр индерелә. Был ни өсөн эшләнелә һуң? Әлбиттә, полигондарға сығарылған сүп-сарҙың күләмен кәметеү өсөн. Был йөкләмәне атҡарып сығыу еңелдән түгел. Башҡортостан өсөн был бигерәк тә киҫкен тора. Сөнки республикала санитар талаптарға яуап биргән ни бары 36 полигон бар. Ҡалғандары – рөхсәт ителмәгән сүплектәр. Һәм улар 3,5 меңгә етә. Уларҙа йыйылған токсик матдәләр тупраҡты һәм һыуҙы бысрата, ул сәләмәтлеккә зыян килтерә.
Сит илдә был мәсьәлә менән күптән шөғөлләнәләр. Улар сүп-сарҙы эшкәртеп, хужалыҡ ихтыяжы өсөн яңынан ҡулланалар. Ошо форматҡа яйлап ҡына беҙҙең ил дә күсә бара. Төбәктә ҡалдыҡтарҙы сорттарға айырыу һәм эшкәртеү буйынса заводтар төҙөү күҙаллана.
Әлбиттә, сүп-сар реформаһының төп ҡоралы булып төбәк операторы тора. Тик уның һөҙөмтәһе Башҡортостан халҡы реформаны яҡлап сыҡҡанда ғына буласаҡ. Әле барған үҙгәрештәрҙең һәр кемгә мөһим булыуын аңларға кәрәк. Һәр кем таҙа ҡала-ауылдарҙа йәшәргә, сифатлы һыу эсергә, саф һауа һуларға теләй. Үҙебеҙ йәшәгән ергә ҡарашыбыҙҙы ыңғай яҡҡа үҙгәртмәһәк, быларҙың береһенә лә ирешә алмаясаҡбыҙ. Теге 500 килограмм сүп-сарҙы ла йыл буйына үҙебеҙ йыябыҙ бит. Шуға күрә тирә-яҡ мөхит өсөн дә үҙебеҙ яуаплы. Иң кәмендә, яңы коммуналь хеҙмәт өсөн ваҡытында түләп, был башланғысҡа үҙ өлөшөбөҙҙө индерә алабыҙ. РФ Торлаҡ кодексында ла бит, торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн һәр кем ваҡытында түләргә тейеш, тиелә.
Һорауҙарығыҙ булһа 8 800 700 49 00 (бушлай) йәки: 8(347) 285-39-00 теле-фондары буйынса иртәнге сәғәт 9-ҙан киске сәғәт 5-кә тиклем шылтырата алаһығыҙ.
ТЕМАНЫ ДАУАМ ИТЕП,
Эльмира ЛАТИПОВА, Октябрь проспектында йәшәй:
– 9 ҡатлы йортта йәшәйем, сүп-сарҙы ишектән сығып, өс аҙым атлап тиерлек сүп-сар үткәргескә ташлайым. Шулай ҙа реформаларҙы хуплайым. Сөнки ейәнем менән урамда йөрөгәндә беҙҙең яҡтағы төҙөлөштәр эргәһендә һаҫып ятҡан сүплеккә юлыҡҡан бар. Бәлки, кешеләр урамдарҙы бысратмаҫҡа өйрәнер.
Фәнүр ФӘЙЗУЛЛИН, Ленин проспектында йәшәй:
– Биш ҡатлы йортта йәшәгәнгә күрә йыш ҡына эшкә китер алдынан сүп-сарҙы үҙемә контейнерға ырғытып китергә тура килә. Ә подъезд төптәрендә, сәскә түтәлдәрендә пакетка тултырылған сүп-сарҙы күреп, сирҡанып ҡуям. Подъездан сүплеккә тиклем ике минутлыҡ ҡына юл бит инде. Белмәйем, кешеләрҙең ҡанунлашҡан аңын реформалар менән генә үҙгәртеп булырмы икән?
Р. ҒӘЛИМОВА.
Читайте нас: