Эш шунда: 1 ғинуарҙа өҫтәлгән хаҡҡа һалым (НДС) 2% арта. Шул рәүешле ул 18-ҙән 20% тиклем күтәрелә. Торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә тарифтарҙы ике этапта индексациялау өҫтәлгән хаҡҡа һалым ставкаһының артыуына ныҡ бәйле түгел, тип хәбәр итә Рәсәй Хөкүмәте. 1 ғинуарҙан коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү 1,7% кимәлендә индексациялана. Хәбәр ителеүенсә, был өҫтәлгән хаҡҡа һалымдың артыуын иҫәпкә алыуҙы тәьмин итә. 1 июлдән торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә тарифтар 2019 йылдың ғинуарына ҡарата 2,4% кимәлендә арта.