Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Ноябрь 2018, 14:50

Ҡыҙыл сумаҙан мажаралары

Редакциянан: Венера апай АБДУЛЛИНА беҙҙең гәзиттең күп йылдар буйы һынатмаҫ дуҫы булып ҡала. Баҫма биттәрендә уның мәҡәләләре донъя күреп тора, үҙе хаҡында ла яҙғаныбыҙ бар. Уның яҙмалары тормош һәм уның ҡәҙере тураһында уйланырға саҡыра. Венера апайҙың үҙенең яҙмышы ла тетрәндергес – ул ҡазаға тарып, йәшләй генә йөрөү һәләтенән мәхрүм була, тол ҡатын да ул. Физик мөмкинлектәре сикле был апайҙың рухи көсөнә һоҡланып туйғыһыҙ, ул яңғыҙы балаһын тәрбиәләп үҫтерә, башҡаларға ла ярҙам итеп, әүҙем йәшәй. Һеҙҙең иғтибарға тәҡдим итәсәк юмор һәм үкенестәре менән бай яҙмаһы ла тормош хаҡында.

Ҡайһы берҙә кескәй генә нәмәләр ҙә беҙҙең яҙмышҡа, йәшлеккә, мөхәббәткә бәйле хистәрҙе, иҫтәлектәрҙе сағылдыра. Минең ҡыҙыл сумаҙаным да шулай.
“Китә ҡаҙҙар, китә ҡаҙҙар,
Китә ҡаҙҙар Донбасҡа.
Мин дә уйлап торам әле
Шул ҡаҙҙарҙан ҡалмаҫҡа...”
Ниңә ҡаҙҙар китә инде ул, ниңә осмай? Йырҙың йыртығы юҡ, тиһәләр ҙә, бына миңә Донецкиға осорға тура килде. Шул өлкәнең Славянск тигән ҡалаһына. Бик күп йылдар элек, совет заманында.
Быға тиклем сығып йөрөмәгәс ни, сумаҙаным булмай сыҡты. Барлыҡҡа бар ул сумаҙан, тик теге ней бит әле, заманса түгел. Ауылдан ҡалаға килгән саҡтағы сумаҙан. Шарт-шорт ябыла торған ялтырауыҡлы ике йоҙағы бар, асҡысы ла, тик фанер бит, тышы ла туҙған, мөйөш-мөйөштәре лә “особый”. Килеп терәлгәс кенә беләһең икән ундай мәшәҡәтте.
Магазиндарҙы ҡыҙырып сыҡтым, һайлап алырлыҡ матур ғынаһы ла юҡ әле ул. Универмаг кәштәһендә ҡаңғырып ултырған ике сумаҙандың береһе – ҡара, икенсеһе ҡыҙыл булып сыҡты. Етмәһә, йоҙағы ла юҡ, молниялы ғына. Тиҙ асылыр өсөндөр инде. Тиҙ асылып, әйбереңде һыпырып алып ҡуйыуҙары ла бар бит әле. Шуға борсолоп торам. Хәйер, алам инде, алмай ҡайҙа бараһың, дефицит заман, “фанер” менән кеше көлдөрөп йөрөп булмаҫ.
...Осоу, барып етеү – айырым мажара булһа ла уларын теҙеп тормайым, сумаҙанға әйләнеп ҡайтайым әле. Сәйәхәт мәлендә Дружковка тигән ҡалала фарфор һауыт-һаба етештереүсе заводтан 12 аш тәрилкәһе лә алдым, борсаҡ сәскәләре ялт итеп тора хатта! Йәһәннәмдең аръяғынан тәрилкә күтәреп ҡайт инде, ни ҡылаһың, йәнә дефицит бит. Ярай алып ҡайтырмын да ул, тик бына йомшаҡ сумаҙанды багажға атып бәрһәләр, эш харап, 12 тәрилкә 120 быяла киҫәгенә әйләнмәҫ тимә. Аһ, ҡайҙа һуң элекке фанер сумаҙан!
...Ҡайтһам, асып ҡараһам, һанаһам, ышанһаң-ышан – барыһы ла теп-теүәл! Береһе лә ватылып та ҡарамаған, исмаһам, сумаҙанға рәхмәт инде! Тик нишләптер тәрилкәләрем 12 урынына 13 булған (серлеме икән әллә теге ҡыҙыл нәмә?). Ярар, кәм түгел бит, береһе ватылһа, 12 ҡала. Дефицит совет заманында өҫтәһәләр өҫтәнеләр, хәҙерге шикелле алдап, кәме-теп һатманылар шул.
Бер кис шулай күршем, 4-се ҡаттағы Сәфәрбикә апай килеп инде.
– Туғаным, ҡарт менән Новосибирскиға ниәтләнек. Оло малайҙың бәпесе тыуған, сумаҙаныңды биреп тор! – тип үтенеп һорағас, нисек “юҡ” тип әйтәһең. Иҫән-һау йөрөп ҡайтты сумаҙаным, бәпес үҫтереп. Күстәнәс тә йәбешеп тороп ҡалған, нисек алмайһың, танау ҡысыттырып ҡайтҡан кедр сәтләүектәре ер аяғы,ер башынан килһен әле! Шулай ҡыҙыл сумаҙан файҙа килтерә башланы. Тик сумаҙан ҡайһы берҙә хатта, киреһенсә, этлек тә эшләп ҡуйғыланы: бер мәл әкренләп аҙыҡ-түлек, кейем-һалым бөтә башланы, түләмәйҙәр, көн итергә рәт ҡалманы. Әлеге лә баяғы, ҡыҙыл сумаҙаныма ҡаҙын, майын, балын тейәп (ярай ауыл бар) остом Киевҡа. Йәнәһе, тауар алып ҡайтам да бында һатам.
Дуҫтар ҡаланы күрһәтә, мин ауыҙымды асҡанмын да күҙәтеп барам. Әхирәт бөйөрөмә төртә:
– Сумаҙан-мәҙәрең юҡ инеме ул?
– Аһ, аһ, нишләп булмаһын, барсы, ҡыҙыл сумаҙан, атаҡ-атаҡ, һуң аэропортта ҡалды, багажды алмай сығып киткәнбеҙ бит...
Таксиҙы кире аэропортҡа борҙоҡ. Күҙемдең сите менән генә “тек-тек” итеп юл хаҡын яҙып барған счетчикты күҙәтәм. Бына һиңә файҙа!
Аэропорттан сумаҙанды алып, ниһа-йәт әхирәткә килеп еттек. Сыр-сыу килешәбеҙ, илашабыҙ, көлөшәбеҙ – оҙаҡ ваҡыт күрешмәнек бит. Шулай буталып йөрөп, ҡыҙыл сумаҙан был юлы таксиҙа киткән дә барған. Ниндәй бәлә булды һуң? Ҡайтҡас та сүплеккә ырғытам!
Әхирәтем минең өсөн яна, ни ҡылырға белмәй аптырашабыҙ. Ултыра торғас, таксиҙың яҙыуы иҫкә төштө. Шылтыратабыҙ, тик кооператив хужалары урынынан бөгөн генә(!) күсенеп киткән. Аптырағандан подъезд ишегенә “Чемодан с Жуляны занести в 59 кв” тигән белдереү элдек. Әхирәт минән көлә, шулай ҙа теге таксист килде... бер аҙнанан.
Йүгереп йөрөп йыйған сепрәк-сапраҡты көскә тиерлек күтәреп ҡайттым. Бүләккә, үтескә, һатырға биреп ҡуйып, аҡсаның осона сыға алманым. Килешмәй ул миңә елдән килгән табыш, килешмәй!
Олоғайҙыҡ... Сумаҙан да ҡартайҙы, шулай ҙа теге саҡ ырғытманым уны, бәлки, кәрәге тейер: эсендә балаларҙың әсбаптары һаҡланды, моданан сыҡҡан кейем, ваҡ-төйәк. Тик хәҙер йырҙар икенсе төрлө: “ҡаҙҙар Донбасҡа китмәй”, “юлдар саҡырмай”. Йөрөргә рәте лә, аҡсаһы ла юҡ, мин йөрөгән юлдар ҙа ябылды тип, кәрәкмәгән хәтирәләрҙе юйып ташлағандай, йәлләп кенә илтеп һалдым сүплеккә ҡыҙыл сумаҙанымды.
Бошоноп ҡына торғанымда ҡояштай балҡып ҡартым ҡайтып инде.
- Әйҙә, ҡарсыҡ, мин һиңә ысын тун алып бирәм! Барып белешеп килдем, хаҡы ла, размеры ла килешә. Ҡайҙа, ултырғыс бир, алайым теге сумаҙанды...
– ???
– Һуң, һиңә сюрприз эшләйем тип, яйлап аҡса йыйҙым, тунға етерлек сумма сумаҙан эсендәге китап араһында ята. Сумаҙан ҡайҙа?!
– Сүплектә...
– Ҡырғанһың икән эште. Сумаҙан, әй-әй сумаҙан! Тун?! Аҡса! – ҡартым ултырғыстан һикереп төштө лә сығып йүгерҙе. Мин ул төшкән ырғытырға тигән иҫке ултырғысҡа “лап” итеп барып ултырҙым.
Венера АБДУЛЛИНА.
Читайте нас: