Башҡортостан етәксеһе 90-сы йылдар башында балалар баҡсаһы урынлашҡан, хәҙер инде буш торған бинаны ҡарағандан һуң бындай биналарҙы муниципалитеттар ҡарамағына тапшырыу, капиталь ремонт яһау һәм уларҙа мәктәпкәсә мәғариф учреждениелары асыу кәрәклеген билдәләне. Был бюджет аҡсаһын экономияларға һәм балалар баҡсаларына сиратты бөтөрөү мәсьәләһен тиҙерәк хәл итергә мөмкинлек бирергә тейеш.