Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Ноябрь 2018, 13:09

“Һары маршрутка”лар, троллейбустар һәм катамарандар...

Ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Юрий ТРОТТ киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре ме-нән осрашып, урындағы сәнәғәт комплексы, ҡулланыусылар баҙары, экология һәм транспорт мәсьәләлә-ре буйынса һорауҙарға яуап бирҙе. Бигерәк тә бөгөн республикала көнүҙәк темаларҙың береһе булған йәмәғәтселек транспорты торошо һәм легаль булмаған маршрут автобустарына ҡағылышлы һорауҙар күп булды.

Маршрут таксиҙары баҙарында Пенсия фондына аҡса күсермәгән, һалым түләмәгән, ҡала маршруттарында йөрөү өсөн муниципалитеттан рөхсәт алмаған фирмаларҙы, легаль булмаған «һары маршруткалар» тип атайҙар. Юрий Троттың һүҙҙәренә ҡарағанда, Стәр-летамаҡта улар бынан 10 йыл самаһы элек йөрөй башлаған. Был мәсьәләне бер нисә тапҡыр хәл итергә тырышып ҡарағандар, әммә ул бөгөнгәсә асыҡ ҡалған. Шулай ҙа намыҫһыҙ фирмалар менән эш алып барыу үҙ һөҙөмтәләрен бирә, тип аңлатты Юрий Вольдемарович. Хоҡуҡ һаҡлау органдары рейдтар уҙғарыу нигеҙендә Стәрлетамаҡ тер-риторияһында эшләгән линияларҙа хәҙер 220 “маршрутканан” 80-е генә ҡалған. Әлеге ваҡытта шәхси транспорты булған водителдәрҙе «Башавтотранс»та көтәләр. Уларҙы эшкә алырға, социаль пакет менән тәьмин итергә вәғәҙә итәләр. Күптәр хәҙер асылған вакансиялар менән фай-ҙаланған да инде, әммә шулай ҙа эш урыны табышһыҙ тип һанаусылар ҙа бар.
Күптән түгел «Башавтотранс»тың Стәрлетамаҡтағы филиалы хеҙмәт-кәрҙәренең үҙ етәкселегенә ҡаршы килеүенә ҡағылышлы һорауҙар ҙа булды. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, яңыраҡ, предприятиеға яңынан тәғәйенләнгән элекке етәксегә ҡәнәғәтһеҙлек белдереп, 35 автобус водителе линияға сыҡманы. Водителдәрҙең һүҙҙәренә ҡарағанда, ҡайтанан тәғәйенләнгән директор оҙаҡ йылдар буйына предприятиены бөлгөнлөккә төшөргән, автобустар тейешенсә ремонтламаған, ватыҡ транспорт алмаштырылмаған, ғөмүмән, эшселәрҙең ихтыяжын ҡайғыртмаған. Һәр хәлдә, унда хәҙер тағы яңы етәксе.
– Кадр мәсьәләһенән тыш, унда башҡа яңылыҡтар ҙа бар: яҡын арала яңы автобустар һатып алынасаҡ, – тип яуап бирҙе хакимиәт башлығы урынбаҫары.
Ағиҙел күперен ремонтлауҙың оҙаҡҡа һуҙылыуы – шулай уҡ киҫкен мәсьәләләрҙең береһе булып ҡала. Ҡала етәкселеге граждандарға саҡ ҡына түҙергә ҡуша, ни өсөн тигәндә, күперҙең хәүефһеҙлеге ремонт технологияһының дөрөҫлөгөнән тора. Әйткәндәй, ремонт ваҡытында һыу аша понтонлы күпер һалып тороуҙарын һораусылар ҙа булғайны, тик бындай ҡарарҙы РФ Ҡораллы Көстәре генә ҡабул итә ала, тип аңлата ҡала етәкселеге. Ҡаланан 45 саҡырым ерҙә күпер бар, шунлыҡтан бындай күпер һалыу мәсьәләһен кире ҡаҡҡандар.
Көнкүреш йорто һәм Шәфиев урамы янында Стәрле йылғаһын таҙартыу һәм тәрәнәйтеү эштәре бара. Унда һыу катамарандар йөрөрлөк итеп тәрәнәйтеләсәк. Һүҙ Сакко һәм Ванцетти урамындағы йәйәү йөрөй торған күперҙән алып 23-сө Май урамындағы автомобиль күперенә тиклемге участка тураһында бара. Хакимиәт башлығы урынбаҫарының һүҙҙәренә ҡарағанда, был тәңгәлдә техник яҡтан эштәр дөрөҫ башҡарыла, шуға күрә йылға буйындағы йорттарҙа йәшәүселәргә хафаланырға кәрәкмәй. Яҙғы ташҡын ваҡытында һыу баҫыу хәүефе янамаясаҡ, бер ыңғайы ярҙар матурланасаҡ һәм шишмәләр таҙартыласаҡ.
Матбуғат конференцияһында жур-налистар һуңғы арала киҫкенләшкән троллейбус мәсьәләһен дә урап үтмәне. Троллейбустар беҙҙең ҡалала һәр ваҡыт төп транспорт сараһы булды. Ә хәҙер халыҡ оҙаҡ ваҡыт троллейбус көтөп тороуға зарлана, бигерәк тә киске сәғәттәрҙә. Юрий Тротт, был йәһәттән мөмкин булғандың барыһы ла эшләнелә, тип белдерҙе. Бөгөн Стәрлетамаҡ троллейбус идаралығы составында 130 машина бар, шуларҙың 80-дән ашыуы көн һайын рейсҡа сыға. Быйыл электр транспортына капиталь ремонт эштәрен башлау планлаштырыла. Был иһә хәрәкәттәге составты яңыртыуға сығымдарҙы кәметәсәк.
Ғөмүмән, сарала һуңғы ваҡытта халыҡты борсоған транспорт мәсьә-ләләре бер ни тиклем асыҡланды.
Теманы дауам итеп,
“Стәрлетамаҡ – Өфө” маршруты ҡасан асылған?
Башҡортостанда ҡалалар араһында автобус йөрөүе тураһында беренсе тапҡыр бынан 90 йыл элек телгә алынған.
“Ҡыҙыл Башҡортостан” гәзитенең 1929 йылдың 26 июнендә донъя күргән һанында Өфөлә биш автобус маршруты эшләй тип билдәләгәндәр.
Ғәмәлдә иһә был автобустар бөтөн Башҡортостанға булған, сөнки ул мәлдә республиканың баш ҡалаһында йәмғеһе 5 машина ғына булған, шуларҙы биш маршрутҡа бүлгәндәр. Хәрәкәт итеү йүнәлешен ул заманда халыҡ үҙе һайлаған. Өсөнсө маршрут – “Өфө-Стәрлетамаҡ” автобусы. Юл хаҡы 8 һум торған.
Сағыштырыу өсөн: тәүге билдәләнгән маршруттарҙың береһе 25 тин менән баһаланған, ул биш станциянан торған: «Октябрь Революцияһы майҙаны – Демьян Бедный –Ҡала советы –Ленин йорто – Урал проспекты – пристань (туҡталыш)».
Роза САФИНА.
Читайте нас: