Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Ноябрь 2018, 19:36

Ирле-ҡатынлы юл фажиғәһендә һәләк булған

20 ноябрҙә иртән Бөрө — Таҙтүбә — Һатҡы юлында «Рено Сандеро» ҡаршыға килгән ВАЗ-2115 менән бәрелешкән. Юл-транспорт ваҡиғаһында «Лада» водителе һәм уның пассажиры һәләк булған. Билдәле булыуынса, улар ир менән ҡатын. Мәрхүмдәрҙең шәхестәре асыҡлана, авария урынында дознавателдәр һәм ашығыс хеҙмәттәр эшләй, тип хәбәр иттеләр республика автоинспекцияһында. Ғәйепле водителгә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатыла.
http://www.bashinform.ru/news/1240703-v-bashkirii-suprugi-pogibli-v-razbivsheysya-lade/
Читайте нас: