Ашҡаҙар
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Ноябрь 2018, 15:23

Өфөлә ЮХХДИ-на килгән ир вафат булған

Өфөлә ЮХХДИ-на килгән ир вафат булған. Фажиғәле хәл Октябрь проспектында урынлашҡан Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһының Район-ара теркәү-имтихан бүлегендә теркәлгән. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ирҙең хәле насарайған һәм ул йән биргән. Асыҡланыуынса, ул йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренән яфаланған икән.

Тәфтиш органдары әлеге осраҡ буйынса тәфтиш алды тикшереүен башлаған, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Тәфтиш комитетының матбуғат хеҙмәтендә. Әлеге ваҡытта ваҡиға урыны тикшерелгән, үлем сәбәбен асыҡлау өсөн суд-медицина экспертизаһы тәғәйенләнгән. Тикшереү һөҙөмтәләре буйынса процессуаль ҡарар ҡабул ителергә тейеш.
Башҡортостандың баш дәүләт инспекторы Динар Ғилметдинов үҙенең блогында ошо хәлгә аңлатма бирҙе. «60 йәшлек ир улы менән автомобилен иҫәпкә ҡуйырға килгән. Иртәнге сәғәт 10-сы 10 минут тирәһендә ул хәле бөтөп ултырғысҡа ултырған. Полиция хеҙмәткәрҙәре аңын юғалтҡан иргә беренсе ярҙам күрһәткән. Килеп еткән ашығыс ярҙам уның үлемен раҫлаған. Фараздарҙың береһенә ярашлы, ирҙең ҡан тамыры өҙөлгән, яңыраҡ ул йөрәгенә операция яһатҡан булған», — тип яҙҙы Башҡортостан Республикаһы буйынса ЮХХДИ башлығы.
Читайте нас: