Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Ноябрь 2018, 13:58

Баланы осраҡлы табып алған, имеш...

Донъяла ғибрәт хәлдәр етерлек. Ләкин сәстәр үрә торорлоҡтары ла килеп сыға. Күптән түгел булған ваҡиға ла тетрәндермәй ҡалманы.

Ҡазанда йәшәүсе 33 йәшлек ҡатындың йәшәгән фатирында ваҡытынан алда сабыйы донъяға килә. Ҡатын алдан уҡ ауырлы булыуын йәшерә, балаһын да бер кемгә белгертмәй табырға ниәтләй: медицина тикшереүе лә үтмәй, Ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһына иҫәпкә лә баҫмай, дауаханаға ла барып күренмәй. Балаһын тапҡас та табиптарҙы саҡырырға ашыҡмай ул. Бары тик көн кискә ауышҡас ҡына, сабыйының ныҡ илауына түҙә алмай, “Ашығыс ярҙам” саҡыртырға мәжбүр була. Медиктарҙы ул: “Баланы подъезда таптым”, – тип алдай!..
Табиптар уның үҙенә лә медицина тикшереүе үтергә тәҡдим иткәс кенә, ул барыһын да түкмәй-сәсмәй һөйләп бирә. Тик шуныһы аптырата: был “буласаҡ әсә” кеше фатирында мәңге бикләнеп ултырмағандыр бит инде. Эсенең түңәрәкләнеп ҡалҡып тороуын яҡындары йәки эштәге иптәштәре һиҙергә тейеш ине һымаҡ. Әллә күпме һорау тыуа. Тик яуабын тейешле органдар ғына белә аласаҡ инде. Хәҙер балаһынан ҡотолорға теләгән әсә РФ Тикшереү комитетында яуап бирәсәк. Уны РФ Енәйәт кодексының 106-сы, 30-сы статьялары буйынса ғәйепләйҙәр. Уның балаһынан ҡотолорға теләүе – үлтерергә маташҡан тип баһалана.
Читайте нас: