Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Ноябрь 2018, 13:48

Баш ҡалала көсләүҙә ғәйепләнгән ике экс-полицейскийҙы һаҡ аҫтынан сығарыуҙары ихтимал

Өфөлә 23 йәшлек коллегаһын күмәкләп көсләүҙә ғәйепләнгән ике элекке полицейскийҙы һаҡ аҫтынан сығарыуҙары мөмкин. Эске эштәр министрлығы Өфө районы бүлегенең элекке начальнигы Эдуард М.-дың адвокаты «Башинформ» агентлығына енәйәт ҡылынған мәлдә уның икенсе урында булыуы хаҡында белдерҙе.

«Зыян күргән ҡыҙҙың ғаризаһында күрһәтелгән ваҡытта (төнгө 11 тула 20 минут- 1-се ярты тирәһе) минең яҡланыусым һәм уның коллегаһы Ғәлиев унда булмаған, — тип аңлатты «Башинформ» агентлығына адвокат Әсләм Халиҡов. — Телефондар һәм видеокамералар буйынса ғәйепләнеүселәрҙең ҡайҙа йөрөгәнен ҡараныҡ».
Шлагбаум янындағы тышҡы күҙәтеү камераһы Эдуард М.-дың төнгө 11-се яртыла үҙенең өйөнә ҡайтыуын теркәгән, тип билдәләне юрист Халиҡов. Был ваҡытта Салауат Ғ. полиция бүлегендәге табындан һуң таныш ҡыҙы менән «Отдых» кафеһында киткән.
«Әле беҙ ошо мәсьәләлә адвокат эштәрен тамамлайбыҙ һәм яҡланыусымды, уның элекке коллегаһын азат итеү тураһында үтенес ебәрәбеҙ», — тине адвокат Әсләм Халиҡов.
29 октябрҙән 30-ына ҡарай төндә ҡылынған енәйәттә республиканың Өфө һәм Ҡырмыҫҡалы райондарының полиция бүлектәре етәкселәрен ғәйепләйҙәр. Үҙҙәренең хәүефһеҙлек хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре тикшереү үткәргәндән һуң улар эске эштәр органдарынан бушатылды. 2 ноябрҙә Өфөнөң Киров районы суды өсәүһен дә һаҡ аҫтына алыу тураһында ҡарар сығарҙы. Һуңынан адвокаттар Башҡортостандың Юғары судына ялыу менән мөрәжәғәт итте. Ләкин унда тәүге ҡарарҙы үҙгәрешһеҙ ҡалдырҙылар.
http://www.bashinform.ru/news/1242008-v-ufe-dvukh-eks-politseyskikh-obvinyaemykh-v-iznasilovanii-mogut-otpustit-iz-pod-strazhi/
Читайте нас в