Ашҡаҙар
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Ноябрь 2018, 15:34

«Тамыр» балалар телеканалы — «СМИротворец» Бөтә Рәсәй конкурсы еңеүсеһе

«Тамыр» балалар телеканалы «СМИротворец» Бөтә Рәсәй киң мәғлүмәт саралары конкурсының «Балалар һәм йәштәр киң мәғлүмәт саралары» номинацияһында беренсе урынды алды.

Конкурсҡа 10 меңдән ашыу эш тәҡдим ителгән. Жюри ағзалары «Тамыр» балалар-үҫмерҙәр телеканалының «Йырсы сәскәләр иле» проектын юғары баһаланы. Был номинацияла өсөнсө урынды «Дуҫлыҡ каруаны. Этноуйындар» эше менән Бүрәтстан телевидениеһы алды, икенсе урында — «Хәйерле иртә, кескәйҙәр» проекты менән «Карусель» федераль телеканалы.
«Дөрөҫөн әйткәндә, быйыл еңермен тип уйламаным, — ти Мәскәүҙә «Геликон-Опера» сәхнәһендә награда алған тапшырыу режиссеры Әҙилә Һөнәрғолова. — Финалға «Карусель» федераль каналы тапшырыуы сыҡты, минеңсә, беҙгә, төбәк телеканалдарына, еңеүгә өмөт ҡалдырманы. Ләкин беҙҙең «Йырсы сәскәләр иле» жюриҙы әсир итте. «СМИротворец» конкурсына һәм Этник-ара журналистика гильдияһы президенты Маргарита Лянгеға ҙур интернациональ майҙансыҡ өсөн рәхмәт».
«Тамыр» балалар-үҫмерҙәр телеканалының «Ил...» циклынан «Йырсы сәскәләр иле» тапшырыуы йәй көнө башҡорт музыкаһы факультеты студенттарының этнографик экспедицияһы ваҡытында төшөрөлгән.
«Был программаны ижади төркөм ҙур һөйөү һәм оло яуаплылыҡ менән эшләне. Башҡорт халҡының йәне — ҡурай тураһында ниндәйҙер яңы мәғлүмәт биреү бик ҡыйын. Ләкин проекттың һәләтле командаһы тарихты сағыу, дәртле, заманса итеп күрһәтә алды. Сценарий авторы Татьяна Никитинаға, алып барыусы Земфира Рәшитоваға, оператор Марат Юнысовҡа, рәссамдар Айрат Арыҫлановҡа һәм Айгөл Бикбаеваға, монтаж инженеры Шамил Хәмитовҡа һәм, әлбиттә, режиссер Әҙилә Һөнәрғоловаға рәхмәт», — тип һөйләне «Башинформ» агентлығына «Тамыр» балалар-үҫмерҙәр телеканалы директоры Гөлназ Ҡолһарина.
http://www.bashinform.ru/news/1242522-detskiy-telekanal-tamyr-stal-pobeditelem-10-go-vserossiyskogo-konkursa-smirotvorets/
Читайте нас: